Рәсәйҙә, баҡтиһәң, оҙаҡ һәм бәхетле йәшәр өсөн, ни бары пенсияға сығыу йәшен арттырырға кәрәк икән.
Пенсияға сығыу йәшен арттырҙылар. Әхирәтем менән эшкә китеп барабыҙ. Эшләгәнебеҙҙе хәтерләйбеҙ, ә ҡайҙа икәнен онотҡанбыҙ.
Александр Матросов 19 йәшендә дошман амбразураһын күкрәге менән ҡаплаған. Шәйехзада Бабичты 24 йәшендә үлтергәндәр. Туҡай 27 йәшендә яҡты донъя менән хушлашҡан. Ә һин Пенсия фонды өсөн ни эшләнең?
Мин етмеш йәшкә ҡәҙәр эшләргә ҡаршы түгелмен, тик быны быуындарға, йөрәккә һәм ҡан тамырҙарына нисек аңлатырға?
Ике пенсионер подъезд төбөндә һөйләшеп ултыра.
– Беләһеңме, мин барыбер ҙә гипнотизер, буғай. Кисә быға тағы ла бер тапҡыр инандым. Трамвайға йәки троллейбусҡа инеп, ултырғыстағы егеткә ҡарауым була, теге шунда уҡ йоҡоға тала.
Иғлан: “Йәш табиптар ғаиләһе торлаҡты мираҫҡа алыу шарты менән яңғыҙ ҡарт пенсионерҙы тәрбиәгә ала. Сифатлы, тиҙ, ауыртыуһыҙ”.
Элек тормош пенсияға сыҡҡас башланған. Ә хәҙер пенсияға сыҡҡансы йәшәргә кәрәк әле.
– Сәйәси күҙәтеүсе, спорт комментаторы, кино тәнҡитсеһе.
– Сер булмаһа, әйтегеҙ әле, ни өсөн һеҙҙең илдә миллиардерҙар күбәйҙе?
– Ни… былтыр беҙҙә пенсияны ике мәртәбә индексацияланылар.
– Прокурорҙар, пенсияға сыҡҡас, ни өсөн баҡсала соҡона?
– Уңыш алыу өсөн түгел, ә ултыртмайынса түҙә алмаған өсөн.
Әбей пенсия алғас, тимер ишек ҡуйҙырырға булған. Ҡуйҙырған. Магазиндан урап ҡайтыуына ишекте шартлатҡандар. Фатирҙың аҫты-өҫкә килгән, матрастар, мендәрҙәр һүтелгән, картиналар иҙәндә ята… Бүлмә уртаһындағы өҫтәлдә яҙыу: “Һин, әбей, ҡабат былай шаяртма!”
– Ейәнкәйем, мин, әйткәндәй, һинең йәшеңдә эшләй инем инде.
– Олатай, ә мин, әйткәндәй, һинең йәшеңдә лә эшләйәсәкмен.