Шулай ҙа:
– Йәнемде көйҙөрөп йөрөмә, – тип янымдан ҡыуырға, үҙемдән тиҙерәк һыуындырырға тырыштым.
Әммә туҡтауһыҙ эргә-тирәмдә уралыуына, һырпаланыуына барыбер ҡаршы тора алманым, бирештем. (Хәйер, беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, былай ҙа үҙһүҙле, яһилыраҡтарҙы яратабыҙ инде).
Түшәккә һеңгәҙәтә һалып ҡыҙҙырҙы ғына, көнөм менән төнөм буталды. Әсәй булғандан алып улай үҙ-үҙемде онотор хәлгә еткәнем юҡ ине әле. Йөрәк иһә, тәүге тапҡыр ғашиҡ булған саҡтағылай, ярһыны ғына.
“Баллы” көндәр аҙағына яҡынлашҡанда:
– Китһәм дә эҙемтәләрем аша иҫеңә йыш төшөрмөн әле, – тип был йәнә телгә килде.
– Аҙғынлығың тотош донъяға билдәле, мәлғүн. – Әрһеҙлеге йәнә сығырымдан сығарҙы. – Ҡабаттан юлыма осрарға уйлама ла. Хәлемдән килһә ошо ҡулдарым менән муйыныңдан бороп ете ҡат ер аҫтына күмеп ҡуйыр инем...
– Йә, йә кем арҡаһында аҙнанан артыҡ түшәктә иркәләнеп ятҡаныңды онотма. Ауылға баҡса таҙартышырға ла ҡайтманың, эшеңдән дә борсоманылар. Туған-тыумасаң, иртән үҙҙәре уянып та етмәҫтән, хәлеңде белешеп торҙо. Президент өсөн дә улай борсолмайҙарҙыр әле... – тип “таж”лы ваҡыттағы хәлдәрҙе һанап китте. – Мин һине улай уҡтыр тип уйламай инем. Бигерәк уҫалһың, ҡырыҫһың... Ирең нисек түҙәлер һиңә...
Тотош донъяны теҙ сүктерһә лә үҙе күңелсәк кенә икән был, ҡоромағыр. Шулай ҙа, нимә генә тиһә лә, ҡабаттан осрашырға теләгем булмаясағын ныҡлап аңлаттым шикелле үҙенә айырылышҡанда. Хуш, ҡороғорвирус. Үпкән, ҡосҡан – елгә осҡан...
Фото: Twitter