+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
22 Ғинуар 2022, 14:10

Үгеҙ

Ауыл иртәһе. Йәш ғаиләлә көндәгесә: әсә кеше балаларын мәктәпкә оҙатырға әҙерләнһә, ғаилә башлығының эше кәртәләге малдарҙан башлана. Кәртә тирә­һендәге эшен бөтөрөп ингән ир, ишек төбөндә бит-ҡулын йыуып торған еренән аш бүл­мәһенә йүгереп килеп инә лә, иртәнге аш ашап ултырған ғаилә­һенә ҡысҡыра:

Үгеҙ
Үгеҙ

– Шымығыҙ әле!
Барыһы ла шыма. Ҡатыны, балалары, битенән һыуҙары ағып торған, ауыҙын асып, ҡолаҡ­тарын ҡырпайтып тырышып-тырышып ниҙер тыңлаған иргә ҡарап аптырап ҡалалар. Радиола әкрен генә бө­гөнгә тәғәйенләнгән йондоҙ­намә тураһында һөйләйҙәр ине. Йондоҙнамә менән дикторҙарҙың да тәүләп кенә эфирға сыҡҡан осоро.
Урамдағы берәй техника тауышына ҡолаҡ һалалыр, тип уйлаған ҡатын кеше, уҡыуға һуңлайһығыҙ, тигәнде аңлатып, балаларын ашыҡтыра.
– Шымыраҡ йөрөй алмайһығыҙмы шул? Вәлимә, мин кем әле ул? – ҡатынына шыпырт ҡына ҡысҡырып алды ла, артабан ҙур иғтибар менән нимәнелер тыңлауын дауам итте.
Был көтөлмәгән һорауҙан барыһы ла уға төбәлеп туҡтап ҡала.
– Һин?
– Мин-мин. Мин кем әле ул?
– Һин – Рәсүл.
– Ю-уҡ! Бынау нәмә буйынса мин кем әле? Әй, әттәгенәһе, һин белә инең дә һуң?
Ишек төбөндә кейенешеп йөрөгән балалар ҙа, ҡатыны ла тамам аптырап, шикле ҡарай башлайҙар быға. Был күренеш уны оторо ҡыҙҙырып ебәрҙе.
– Мин кем әле, тим һиңә? – ирҙең асыулы тауышынан өй яңғырап китте, – Һин беләң дә һуң... Теге мәлде үҙең әйтеп ултырҙың.
– Һин – Рәсүл!!! Рәсүл Абдрахманов! Атайыңдың исеме Харрас. Мин һинең бисәң – Вәлимә. Ә былары улдарың: береһе Азат, береһе Самат. Тағы нимә кәрәк һиңә? – бисәһенең сәрел­дәп тоҡанып ките­үе­нә радио­лағы йондоҙ­на­мәне һөйләп тә бөттө­ләр.
– Ә-ә-әй, шайтан алғырҙары! Ана, һөй­ләп тә бөттөләр уже. Тораң, юрамал минең кем икәнде өндәшмәй, – ир кеше таҫтамал алып битен һөртә башланы. – Радионан көн һайын иртән һөйләйҙәр ҙә һуң, бөгөнгө көн кемгә, нисек килгәнен.
– Йондоҙнамәме?
– Ә-ә-әйе! Ана, шуныһын да онотоп торам бит.
Ҡатыны эсен тотоп көлөргә тотондо. Туҡтай алмаһа ла, ишек төбөндә йылмайышып торған малайҙарына ҡулы менән ымлап, арҡаларынан һөйөп уҡыуға оҙатып ҡалды. Бер аҙ тыныс­ланғас иренә әйләнеп:
– Йондоҙнамә буйынса, һин—буға. Бу-ға-а. Ябай тел менән әйткәндә, үгеҙ! Белдеңме? Онотма – үгеҙ һин!!!
Шулай, ҡатындар!!! Әгәр ҙә мәгәр, иртән тороуығыҙға ирҙәрегеҙ:
– Мин кем әле ул? – тип һорап, асылған ауыҙын да йома алмай күҙегеҙгә тексәйеп торһа, аптырап ҡалмағыҙ, тәүҙә исемен әйтеп ҡарағыҙ, ул да ярҙам итмәһә, йондоҙнамә буйынса кем икәнлектәрен тиҙ генә иҫтәренә төшөрөгөҙ. Баҡтиһәң, улар ҙа йондоҙнамәгә ышана икән.

Рәшиҙә МАНСУРОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: