- Машина ремонтлаған өсөнмө? Әлбиттә!
- Ғәфү итегеҙ, ләкин һүҙ станцияны ремонтлау хаҡында бара...
***
Ауырыу – табипҡа:
- Доктор, минең башым һәм эсем ауырта.
Табип кеҫәһенән бер таблетка сығара ла ауырыуҙың ике ҡулына һала:
- Уң ҡулдағыһы – баш, һулдағыһы эс ауыртҡандан. Берүк бутай күрмәгеҙ!
****
Хөкүмәттә хәйерселекте асыҡлаусы яңы ҡағиҙәләр билдәләйҙәр: өсөнсө категория хәйерсеһе, икенсе һәм беренсе, шулай уҡ “Люкс” категориялыһы.
***
Ауыл кешеһе зебра һатып алған. Эргәһенә күршеһе килеп:
- Атланып йөрөп киләйем әле? – ти.
- Ал, тик ипләп кенә йөрө, йәме!
Тегеһе бер-ике әйләнгеләп килә лә:
- Иномарка, иномарка инде, айырылып тора! – тип зебраны маҡтап ҡуйған була.
***
- Сәләм, яратҡаның нисек йәшәп ята? Һеҙҙең арала бит ысын мөхәббәт дөрләй ине...
- Бөттө ул мөхәббәт.
- Ташлаштығыҙмы әллә?
- Юҡ, өйләнештек.
***
Антиваксерҙар, вакцина яһатҡандан һуң балаларығыҙ булмай, тип әйтәләр. Ялған! Бына әле генә яһатып ҡайттым – барыһы ла өйҙә.
***
- Минең алты аҡыл тешемде һурҙылар.
- Улар бит кешелә дүртәү генә түгелме?
- Дандист биргән счет буйынса шулай.