+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
29 Ғинуар 2022, 10:30

Мәҙәктәр

#ҺәнәкЖурналыМәҙәктәр Колбаса алғанда хаҡының арзан булыуы аптыратты.– Ул нимәнән яһалған? – тип һораным һатыусынан ҡыйынһынып ҡына.– Яуап бирергә оялам, – тине ул. ***

Мәҙәктәр
Мәҙәктәр

Мәктәпте алтын миҙалға, вузды ҡыҙыл дипломға тамамлаған һәм айына 12 мең һум эш хаҡы алған атай улына бер ваҡытта ла: “Улым, һәйбәт уҡы!” – тип әйтергә ҡыймаясаҡ.
***
– Һеҙ һуңғы эш урынығыҙҙан ниндәй сәбәп арҡаһында киттегеҙ?
– Компанияны икенсе ергә күсер­гәндәр, ә миңә әйтергә онот­ҡандар.
***
Интернетты файҙаланырға өйрән­гән өләсәй терапевҡа электрон сиратта ғауға ҡуптарған.
***
Рәсәйҙәге урам һеперeүселәрҙең эшләү принцибы: “Тағы ла яуғас, уны ниңә көрәргә?” Ҡар яуғандан һуң: “Ниңә көрәргә, тиҙҙән үҙе ирер әле”.
***
Совет осоронда бөтәбеҙҙең дә икенсе һөнәре бар ине – коммунизм төҙөүсе.
***
– Эшкә урынлашҡанһың икән, тип ишеттем.
– Эйе, келәттә ҡарауылсы.
– Ә график ниндәй?
– Бер көн йоҡлайһың, өс көн ял итәһең.
***
Кешегә бәхет өсөн күп кәрәкмәй. Күрәһең, мин кеше түгелмендер.
***
– Асығыҙ, полиция!
– Үҙегеҙҙең асҡысығыҙ юҡмы ни?
***
Беҙҙең илдә коррупцияға ҡаршы көрәшеү асылда конкуренттарҙы юҡ итеү ул.
***
Мине алыу ҡыйын, юғалтыу еңел, ә файҙаланыу мөмкин түгел. Диплом.
***
Ике пенсионер һөйләшә:
– Һуңғы ваҡытта үҙемде студент һымаҡ тоя башланым бит әле!
– Күңелең ҡыҙҙар янына тартамы әллә?
– Юҡ, тығынырға аҡса еткерә алмайым.
***
СССР-ҙағы популяр йыр: “Беҙ әкиәтте ысынбарлыҡҡа әйләндереү өсөн тыуғанбыҙ”.
Әлеге көндәге йыр: “Беҙ мультикты ысынбарлыҡҡа әйләндереү өсөн тыуғанбыҙ”.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: