+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
1 Февраль 2022, 17:05

Алтынсы диуана

Иван менән Степан, Коля менән Толя һәм Латип менән Антип буяу ҡатырыу компанияһының ҡатырға буятыу цехында ал-ял белмәй, алдынғылыҡты бирмәй тир түгеп яталар. Вахта ысулы буйынса, шикелле. Ятаҡтың бер бүлмәһендә көн күрә егеттәр. Бик татыуҙар, былай, йәшәүҙәре лә, эшләүҙәре лә.

Алтынсы диуана
Алтынсы диуана

Иртүк цех начальнигы ҡыуандырып китте:
– Ҡарауылсылар юҡ! Теге алкаш отпускала, боксер тағы больничныйҙа, наҙан уҡый, эшем эйәһе тағы ниндәйҙер проблема хәл итергә китәм, тип юғалды. Шулай булғас, складты үҙебеҙгә һаҡларға тура киләсәк. Сиратлап. Бөгөн дежур итәсәәәк... Степан!
...Кис менән төн араһы. Степан ҡарауылда, ҡалғандар барыһы ла өйҙә. Бөгөн Степан булмағанға күрә, уның тураһында насар хәбәр һөйләргә лә була. Һәм сәбәбе лә табыла.
Толя пәрҙә артынан нимәнелер зҙләне-эҙләне лә:
– Бынау Степанға әйттем бит: сәйнүкте тәҙрә төбөнә ҡуймаһын, тип! Бар урында һыу!
– Уға етешмәй ҙә инде! – тип, элеп алды Иван, әйтерһең шуны ғына көтөп торған, – Ул бит юғары белемле, артыҡ уҡыған! Институттан һуң улар барыһы ла шулай булып ҡала...
Шишәмбе Латип дежурҙа. Бүлмәлә лампочканы тапмайҙар. Коля һуҡрана:
– Бынау Латип нимә тип бороп алды инде уны? Яҡтыртҡысҡа ҡуя, имеш. Бына хәҙер ултыр, атаң башы.
– Чурка ла баһаң ул! – тип һүҙ ҡыҫтырҙы әлеге Иван. – Ул яҡ халҡы барыһы ла тилерәктәр ҙә инде!..
Өсөнсө кис Толяһыҙ үтте. Антип тыштан һорау менән килеп керҙе:
– Толя көрәкте ҡайҙа тыҡты икән?
– Һындырғандыр, ул туҡал үгеҙ! – ти, Иван, һәр ваҡыттағыса. – Спортсылар улар барыһы ла иҫәрерәктәр!..
Киләһе кис Антипты ҡарауылға оҙаттылар. Степан телефонының тамағын туйҙырып алырға уйлағайны ла, кәрәк нәмә юҡ икәне иҫенә төштө:
– Антипҡа зарядник биргәйнем! Складҡа һыпыртҡан!
– Нимә көткәйнең ул ауыл бүҙәнәһенән?! – үҙенсә мығырҙаны Иван, – уларҙың колхозында әллә ут күргәндәре бар тиһеңме? Йыйын тинтәктәр унда.
Йома сират Коляла ине. Латип өҫтәлдәге тапты күреп:
– Ҡәһәр генә һуҡҡыры! Тағы Коля тимер-томорон өҫтәлдә ҡутарған?! Маймы, бысраҡмы был?! – тип һөрәндәне.
– Ул һаҡаллы иҫәрҙән көтөргө була! Ерәндәр тауыҡ мейеләр барыһы ла! – тип әйтмәй булдыра алманы, әлбиттә, Иван...
Алтынсы көндә Иван үҙе һаҡланы. Тәүге ике сәғәт егеттәр бүлмәһендә тыныс үтте. Өсөнсө сәғәт киткәндә, цех начальнигы Иньянь Миньянович ҡобараһы осоп килеп керҙе:
– Егеттәр, берегеҙ дежур итеп тороғоҙ әле? Теге диуана Иван ҡапҡаны асыҡ ҡалдырып, бәҙрәфкә киткән. Складҡа кәзәләр көтөүе кереп, ҡатырғаларҙы кимереп, буяуҙарҙы түгеп бөткән!
– Шулай инде! Ике класс ҡына бөткән ишәктән ниндәй һаҡсы сыҡһын! – тип күтәрелде дипломлы Степан.
– Ул алйоттоң фамилияһы юҡҡа Тупиков түгел дә инде! – тине урыҫ булмаған Латип.
– Кәзәләрҙән ҡурҡып, аҫтына ебәргәндер инде иҫәүән! Ул ахмаҡтың ни бесәйгә лә ҡаршы торорға көсөнән килмәй бит! – тип билдәләп үтте спортсы Толя.
– Атаҡайы пенсияла, аңра көсөгөн ҡотҡарыуы ай-һай! – тип көлдө колхозсы Антип та.
– Туң баш! – тип һуҡранды ерән Коля.

Раушан ҒӘЛИМОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: