-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
6 Февраль 2022, 10:00

Видео-дәрес

Гүзәл Рәшит ҡыҙы, 7-се синыф ишегенә үрелер алдынан, тулҡынланыуҙан киноларҙа күреп өйрә­нелгәнсә саҡ-саҡ суҡынмай ҡалды ла, мосолман икәнлеген иҫләп, “Бисмиллаһиррахманиррахим” тип өс ҡат ҡабатлағас, алға ынтылды. Класс тып-тын...

Видео-дәрес
Видео-дәрес

Бер ваҡытта ла бындай хәлде күрмәгән уҡытыусы ҡаушап төштө. Ғәҙәттә ул килеп ингәндә таҡта төбөндә һүрәт төшөрөп тора торған Заһит юҡ. Ҡайҙа ул? Ә-ә... Урынында тура ҡарап ултыра икән. Хәйерлегә булһын...
Гүзәл Рәшит ҡыҙы өҫтәле янына үтергә генә иткәйне, класс аяғүрә баҫмаһынмы? Ниндәйҙер ҡурҡыныс хәл булырын тойомлаған мөғәллимә, кире сығып ҡасыу өсөн ишек тотҡаһына үрелгәйне генә...
– Һау-мы-һы-ғыҙ!
–Һ-һау...мыһығыҙ... – Йә, Хоҙай!.. Был һуң сәләмләү икән дә.
Балалар урындарына ултырышып шым булды. Береһе лә тороп йүгерергә, ҡағыҙ бәрешергә, атышырға, талашырға-һуғышырға теләмәй. Ҡулдарын партаға һалып, етди ҡиәфәттә ултыралар. Тик Гүзәл Рәшит ҡыҙын алдай алмаҫ улар! Ул бит тәжрибәле уҡытыусы.
–Ринат! Кил, сыҡ, минең ултырғысҡа ултырып ҡара әле.
Малай йүгереп сығып уҡытыусының ултырғысын тикшереп тә өлгөрҙө. Ярай... быныһы булды.
–Зилә, таҡта сепрәген тағатып ҡара, берәй нәмә төрөлмәгәнме?
Уныһын да йәһәт кенә үтәнеләр.
–Вәлит, ҡорғандарҙы күтәреп сыҡ.
Ҡарап әйттеләр:
–Барыһы ла яҡшы, Зилә Рәшитовна.
Улай булыуы мөмкин түгел. Бында ниндәйҙер бер хикмәт бар. Хәҙер йә шкафтан, йә парта аҫтынан нимәлер осоп сыға, йә өҫтән һыу түгелә, йә иҙән убыла, йә туфан...
–Әһә-ә!
Бығаса һәр ваҡыт боскетбол тубы булып осоп йөрөй торған глобустың күсәрендә тороуын аңғарған уҡытыусы, указка алып, фехтованиелағы һөжүм итеүсе һымаҡ ҡына шуға яҡынлашты. Бына-бына ошо әйберҙән бер мәхшәр сығырға тейеш. Башҡаса булыуы мөмкин түгел. Тик... күпме генә төрткөләһә лә глобус урынында әйләнеп тик тора. Был хәлгә асыуы ҡабарған Зилә Рәшит ҡыҙы тамам ҡыҙҙы ла, бөтөн класты баҫтырып ҡуйып башта сумкаларын, унан кеҫәләрен һәм хатта ауыҙҙарын астырып та тикшереп сыҡты. Юҡ! Берәүҙә бер ни юҡ. Берәү эш боҙмай. Берәү дәресте өҙмәй. Ахырҙа бирелде уҡытыусы:
–Балалар, ни булды бөгөн?
Класс хор менән ҡабатланы:
–Бөгөн беҙҙә видео-дәрес.
Шул саҡ уҡытыусы видеокамераға ҡарап әйләнеп баҫты. Бына эш нимәлә икән! О-нот-ҡан! Бөгөн бит уның күргәҙмә видео-дәресе ине...

Әлнисә РАХМАНОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: