Ҡатын әйтә:
– Егерме биш йыл буйы һөйөлөп кенә йәшәгән ирем менән донъя буйлап сәйәхәткә сығыр инем.
Тылсым эйәһе мөғжизәле таяғын өҫкә күтәреүе була, шундуҡ ике билет килеп тә төшә.
Илле йәшлек тормош иптәшенә һүҙ бирелә.
– Был, ысынлап та, бик һоҡланғыс, ләкин бындай теләк бер мәртәбә генә була, шуға уны үҙемсә файҙаланыр инем, – ти ул. – Минән утыҙ йәшкә йәшерәк ҡатынға, һис шикһеҙ, өйләнер инем, – тип әйтеп ысҡындыра.
Тылсым эйәһе мөғжизәле таяғын һауала тағы уйнатып ала, илле йәшлек ҡатындың ире һикһән йәшлек бабайға әүерелә лә ҡуя.
Был донъяла һәр бер ир, һис шикһеҙ, үҙенән күпкә йәш бисәгә өйләнергә хыялланып йәшәйҙер. Ләкин улар шуны ла онотмаһын ине: тылсым эйәһе ҡатын-ҡыҙ затынан.
ХОҘАЙ ҠУШҠАН
Бик ауыр операция үткәргән бер ханым реанимацияла ята. Хәле бик мөшкөл булғас, яҡты донъя менән хушлаша башлай… Шул саҡ ниндәйҙер тылсым эйәһе ханымға көс-ҡеүәт өҫтәгәндәй була. Ишетелер-ишетелмәҫ сихри тауыш ишетә:
– Мин һиңә тағы ун йыл ғүмер бүләк итәм!
Үлергә йыйынып ятҡан ханым карауатынан нисек һикереп торғанын үҙе лә абайламайыраҡ ҡала. Тиҙ генә әйберҙәрен йыя ла пластик операция яһаусы хирургҡа йүгерә.
Бит тиреһен тарттырып, эйәк аҫтындағы икенсе ҡатламды киҫтереп, ҡыҫҡаһы, һин дә мин йәшәреп китә. Ун йылды нисек теләйем, шулай типтереп йәшәрмен, тип пландар ҡора.
Пластик операция яһатып клиниканан сығып ҡына килгәндә ҡара машина уны тапатып китә. Ханымдың шунда уҡ ғүмере өҙөлә, яҡты донъя менән бөтөнләйгә хушлашырға мәжбүр була. Һуңғы һулышында:
– Әй, Хоҙайым, тағы ун йыл йәшәрһең тигәйнең дә баһа! – ти.
– Шулайын шулай ҙа, бөтәһенә лә һин үҙең ғәйепле. Пластик операциянан һуң һеҙ ныҡ йәшәреп киткәнһегеҙ. Мин һеҙҙе таныманым шул.
Л. ШАЯНОВА.
Һүрәт: www.pinterest.ru