– Беләһегеҙме, кефир һатып алғас, сумкаға һалғайным, троллейбуста уны кемдер сәлдергән! Шуның менән тамағым туйыр тип уйланымы икән? Тамағына таш булып барғыры!
– Бәлки, аҡса эҙләгәндер?
– Белгән кеүек янсыҡты куртка кеҫәһенә һалғайным, телефон менән бергә.
Беҙ тотош коллектив менән кефирһыҙ тороп ҡалған коллегабыҙҙың ҡайғыһын уртаҡлаштыҡ, уға ҡушылып бурҙарҙы һүктек. Уларҙың да тормошо ауырҙыр, күрәһең, юҡһа, абруйҙарын төшөрөп, транспортта кефир урламаҫтар ине.
Ике көндән һуң, коллегабыҙ төшкө ашын алырға сумкаһына тығылғас, йәнә телгә килде:
– Беләһегеҙме, кефирҙы сәлдермәгәндәр, сумкамдың төбөндә ятҡан.
Беҙ ауыҙы ҡолаҡтарына тиклем йырылған ҡатынға ҡарап ни иларға, ни көлөргә белмәнек.
Телеграмма
Мәжит шифаханала ял иткән Мәликәне вокзалда ҡаршы ала. Өйгә ҡайтҡас, ул өҫтәлдә ятҡан телеграмманы алып, ҡатынының танауы аҫтында һелкә:
– Уҡы!
Мәликә уҡый: “Мәжит, иртәгә ҡайтам, 15.40-та ҡаршы ал. Һинең яратҡан Мәликәң”.
Ир:
– Һин ни өсөн “Һинең яратҡан Мәликәң” тип яҙҙың?
Ҡатын телеграммаға шикләнеп ҡарап бышылдап һорай:
– Нимә, хәҙер яратҡан түгелме ни?
Мәжит:
– Иҫәр! Һин өс һүҙ өсөн артыҡ аҡса түләгәнһең!
Т. ҒАТИНА.