+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
18 Март 2022, 12:00

1 апрелде көткәндә...

Ике алдаҡсыИке алдаҡсы осраша. Кемдең күҙе үткерерәк, тип бәхәсләшә башлайҙар. Береһе әйтә икән:– Анау йылға аръяғындағы урманда япраҡтар араһында ултырған серә­кәйҙең бер тояғы һынған.

1 апрелде көткәндә...
1 апрелде көткәндә...

Шуны күрә­һеңме? – тигән еңеүсе ҡиәфәте менән.
Икенсеһе ҡарап торған-торған да:
– Күрмәй ни! Уның күҙенә аҡ төшкән икән. Әйтәгүр, бахырың, маңлайын сирып, бик һыҙланып ултыра, – тигән, ти.

Ҡайҙа эҫерәк?

Юлда ике алдаҡсы осрашҡан. Ултыра торғас, һүҙҙән-һүҙ сығып, һөйләшә башлағандар.
– Беҙҙең яҡта хәҙер бигерәк эҫе, – ти икән бәләкәйерәк буйлыһы, – хатта осоп барған турғайҙың ҡанаттары көйә.
– Иҫем китте бына! Шуны ла эҫе тиер икән кеше! Вәт, исмаһам, беҙҙә эҫе тиһәң дә эҫе! Түҙеп кенә тор! Ҡайһы бер көндәрҙә тауыҡтарға боҙ ашатырға тура килә. Юҡһа, меҫкенкәйҙәр, бешкән йомортҡа һала ла ҡуялар, – тигән икенсеһе.

Ялғансы Садрый

Ялған һөйләргә яратыусы Садрый исемле кеше бер мәлде халыҡ йыйылған урынға барған да:
– Йәмәғәт, шундай мәрәкә хәл дә була икән донъяла, – тип сираттағы алдауын һөйләй башлаған. – Һыйыр һуйып, итен ярма менән ҡаҙанға һалып сығып киттем. Ҡайтып инһәм, ни күрәйем: ит – һыйырға, ярма ужымға әйләнеп, һыйыр, ужым ашап, күбенә яҙған.
– Ярай әле, йыланға әйләнмәгән. Юғиһә, телеңде сағып ҡуйыуы ла бар ине бит! – тигән берәү.

Самаһыҙ шаштырыусылар

Ике алдаҡсы осраша. Берәүһе икенсеһенә былай тип һөйләй:
– Кисә бер ауылдан үткәндә бик ҙур ҡабаҡ күрҙем. Ҡаршыға бер каруан килеп сыҡты. Бер дөйә ҡабаҡты ашаған һайын тишек ҙурая барып, уның артынан башҡа дөйәләр ҙә инеп китте.
Икенсе алдаҡсы быны тыңлап тора ла үҙе һөйләп китә:
– Кисә бер тимерсе аласығында бер ҡаҙан күрҙем. Ике тотҡаһын ике яҡтан ике тимерсе эшләп ята. Уларҙың аралары шул тиклем алыҫ! Сүкегән тауыштары бер-береһенә ишетелмәй ҙә.
– Арттыраһың, донъяла ундай ҙур ҡаҙан буламы ни? – ти беренсе алдаҡсы.
– Ә һин үҙең әйткән ҡабаҡты нимәлә бешермәксе булаһың һуң? – тигән икенсе алдаҡсы.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: