-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
25 Март 2022, 10:00

Ҡасҡалаҡ гүзәл заттар

(Үткән байрамды иҫкә алып...) Хикәйә Хәлим эшләгән офиста дүрт иргә дүрт ҡатын-ҡыҙ тура килә.

Ҡасҡалаҡ гүзәл заттар
Ҡасҡалаҡ гүзәл заттар

Коллектив ҙур булмаһа ла, бик татыу. Эште ойошҡанлы алып баралар. Байрам көндәрендә бер-береһенә бүләк бирешәләр. Әле яңыраҡ гөрләтеп Ватан һаҡсылары көнөн билдәләгәйнеләр, бына, 8 март та яҡынлашты. Билдәле, был юлы табын ойоштороу ир-егеттәр өлөшөнә төшә.
Байрам көнө, Хәлим ҡатынына бүләген тапшырып, ҡыҫып үпте лә, банкетҡа сығып китте. Киске сәғәт биштәр тирәһендә шылтыратты:
– Ҡыҙҙарҙы ҡотлай башланыҡ.
– Бик яҡшы, – тине ҡатыны.
Сәғәт теле текелдәп йүгерҙе генә. Һигеҙҙәр тирәһендә тағы шылтыратыштылар:
– Байрамдың самай ҡыҙған мәле. Уйындар бара.
– Ярар. Тик артыҡ тейәмә инде...
Төн урталары яҡынлашыуға, балаһын йоҡлатып, ваҡ мәшәҡәттәрен тамамлаған ҡатын иренең хәле менән ҡыҙыҡһынырға булды:
– Тамамланмаймы әле? Оҙаҡлап киттегеҙ бит...
– Хәҙер-хәҙер, аҡыл-лы-лым...
Трубка аша лайылдашҡан ирҙәр тауышы ла, рюмкалар сыңлағаны айырым-асыҡ ишетелде.
– О-ой, һеҙ унда иҫерешеп бараһығыҙ түгелме?
– Ю-уҡ... ҡот-лайбыҙ. Ҡо-отлайбыҙ әл-ле...
Төнгө нисәләлер ишек ҡыңғырауы зыңланы. Эстән асыуға, инеп килеүсе ир “гөрҫ” итеп иҙәнгә ауҙы. Ҡатыны уны көс-хәл менән урынына алып барып һалды...
Иртәнсәк Хәлим хәләленең шелтәле ҡарашы аҫтында аҡланып маташа ине:
– Ғәфү ит... Ҡотларға тип әллә күпме һый-хөрмәт алғайныҡ... Ҡатындар бит ярты сәғәттәй генә ултырҙылар ҙа, ҡайтышты ла бөттөләр. Ә беҙ... аҡсабыҙ әрәм булмаһын тип... Ҡасҡалаҡ гүзәл заттар ғәйепле, шулар өсөн эселде, йәнем...

Ишдәүләт Сафиуллин.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: