+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
30 Март 2022, 14:00

Иғтибар итмәйҙәр

Һеңлем менән кафела ултырабыҙ. Тормош шул хәтле күңелһеҙ, күңел асырға, исмаһам, йүнле бер генә ир-ат та юҡ, тип үҙ хәлдәрен һөйләргә тотондо ул.

Иғтибар итмәйҙәр
Иғтибар итмәйҙәр

Эргәбеҙҙә ултырған биш йәшлек ҡыҙым һөйләшеүебеҙҙе ҡыҙыҡһынып тыңлай башлағас, уға аҡса бирҙем дә, үҙеңә нәмә оҡшай, шуны һатып ал, – тип буфетҡа ебәрҙем.
Ҡыҙым бер яҡ ситтәрәк ултырған ирҙәр өҫтәле эргәһенә килеп:
– Ағайҙар, ә һеҙҙең ҡатындарығыҙ ҡайҙа? – тип һорай һалды.
Улар, оҙаҡ ҡына итеп көлдө лә:
– Беҙҙең ҡатындарыбыҙ юҡ, өйләнмәгәнбеҙ әле! – тип тағы ауыҙ йырырға кереште.
– Улай булғас,– тине Алина ҡыҙым, – мин һеҙҙе Роза апайым менән таныштырайым әле. Ул ир-егеттәр юҡ, донъяла йәшәүе күңелһеҙ, минең арттан бер кем дә ухаживать итмәй, тип зарлана. Зинһар өсөн, уға әҙерәк кенә булһа ла иғтибар итегеҙ инде. Бына беҙҙең өйҙә алйырҙан йәшәй, әсәйем бер нисә көн уның артынан ҡарамай башлаһа, әллә ниндәй еҫтәр сығарып, һаҫып бөтә.

Л. ШАЯНОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: