+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
4 Апрель 2022, 18:00

Тауыҡтар

Ҡатыным ҡәйнәм менән баҙарға китте. Бик шәп эремсек, сыр алырға. Шәмбе һа­йын йөрөйҙәр. Мин был эштә ҡатнаш­майым, сөнки уларҙың һатыулашыуына түҙемлегем етмәй.

Тауыҡтар
Тауыҡтар

Алғандар. Күтәренеп машина янына урап килгәндәр. Ләкин ҡуҙғалып китә алма­ғандар, сөнки юлға кемдер машинаһын ҡуйған. Ни телефонын ҡалдырмаған.
Шунда ҡәйнәмдең башына уй төшкән: тауыҡ себештәре алырға! Йылдар буйы башынан сыҡмаған уйын тормошҡа ашырырға машинаһын 150 метр ситкәрәк ҡуйырға ҡулынан килмәгән иҫәүән булышлыҡ иткән. Ҡыҫҡаһы, ҡәйнәм менән ҡатыным ҡатырға ҡапҡа әллә 15, әллә 20 себеш тултыра, дүрт биҙрә ем алалар. Машина янына киләләр, юл асыҡ.
Себештәрҙе дачаға алып баралар. Өйҙә эшләнеп бөтмәгән бүлмә бар ине. Ҡайным командировкала, мин дә эштән бушамайым. Аҙбар төҙөргә кеше юҡ. Себештәрҙе шул бүлмәгә урынлаштыралар.
Ҡоштар ашай, эсә, үҫә. Һәр береһенең исеме бар, ҡулға ҡуналар, һыйпағанды яраталар, хужабикәләрен таныйҙар. Хәҙер беҙҙең ял көндәре тегеләргә ем һатып алыуҙан башлана. Аҙбарлы ла булдылар. Тора-бара бер тауыҡтың етешһеҙлеге асылды, суҡышы ябылып бөтмәй, ем сүпләй алмай. Мин, ҡаты бәғерле кеше, һуйып кәстрүлгә һалырға тәҡдим иттем. Йә үлеп ҡуйыр. Көт! Исемле, хужаһының ҡулында һикергән ҡоштан нисек аш бешерергә мөмкин? Улайһа, ветеринарға алып барайыҡ, тим. Алып барманылар. Ни өсөн? Хәтеремдә ҡалмаған. Бер нисә көн уны ҡулдан ашаттылар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был да ярҙам итмәне. Йән бирҙе. Ҙурлап ерләнек.
Артабан иң ҡыҙығы башланды. Ояла беренсе йомортҡа барлыҡҡа килде. Ул теннис шары ҙурлыҡ ине. Шунан өҫтәлдә ҡәҙимге йомортҡалар күренде. Тәүге ун йомортҡаның үҙҡиммәтен иҫәпләп сығарҙыҡ – береһе 700 һумға төшә.
Йомортҡалар күбәйҙе. Балалар каникулда өләсәләрендә баҫтырыша-баҫты­рыша ояларҙы көнөнә өс-дүрт тапҡыр тикшерә. Хәҙер көнөнә 12 йомортҡа йыйыла, аҙнаһына 80. Ике ғаиләгә!
Иртән – тәбейә, төш көнө – омлет, кискә бешер-бешмәҫ йомортҡа ашайбыҙ. Бөтә салаттарға ла йомортҡа ҡушыла. Юҡһа, әрәм була. Таратабыҙ, таныш-белештәргә һатырға тырышабыҙ. Табыш көтмәйбеҙ, үҙҡиммәте баҙарҙағынан саҡ ҡына юғарыраҡ. Ләкин уларҙы ҡайҙа ла булһа ҡуйырға кәрәк тә баһа!
Ҡоштар аҙбарҙа йәшәй, хужабикәләрен таный, уның ҡулдарына ҡуна. Ваҡыт-ваҡыт уларҙы паразиттарҙы сүпләргә һәм ерҙе ашларға баҡсаға сығаралар. Ҡыш көнө ни эшләтергә? Башҡа бер йүнле уй ҙа килмәй. Тауыҡтарҙан аш бешереү варианты билдәле сәбәптәр арҡаһында тормошҡа ашмаясаҡ.
Бер юл ҡала – аҙбарҙы саҡ ҡына булһа ла йылытырға тура киләсәк. Электр энергияһы күпмегә төшәсәген күҙ алдына килтереү ҡыйын.
Быларҙың барыһы ла машинаһын 150 метр ситкә ҡуйырға иренгән, телефонын ҡалдырырға онотҡан иҫәүән арҡаһында.

М. МӘРҮӘНОВ.

Фото: ok.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: