+16 °С
Облачно
Туҡтауһыҙ көләм
11 Апреля 2022, 12:00

Мент менән бабай

Мин аҙыҡ-түлек келәтендә шофер булып эшләйем, йәғни экспедитор менән көн дә магазиндарға, киос­кыларға тауар илтәбеҙ.

Мент менән бабайМент менән бабай
Мент менән бабай

Беҙ тауар алып барған киоск трамвай туҡталышында урынлашҡан. Янында ярым подвалда кафе, унда һыра, араҡы, шарапты ҡойоп һата­лар. Экспедитор йәшниктәрҙе та­шыған арала ошондай хәлде кү­ҙәттем.
Кафе янына менттарҙың «бобигы» килеп туҡтаны. Унан мент төштө, шофер машинала ҡалды. Йәш кенә сержант ашығып подвалға төшөп китте. Биш минуттан сыҡты. Яңғыҙы ғына түгел, бер бабай менән. Бабай ҡыҙмаса, ҡаршылашмай, тыныс ҡына атлай.
Машина янына еттеләр. Мент «будка»ны асты, арестантты төрт­көләп индермәксе. Бабай:
– Улым, күреп тораһың бит, ҡарт­мын... Башта үҙең кереп, ҡулыңды бир...
Мент тыңланы. Артына боролорға ла өлгөрмәне, бабай ишекте шап иттереп япты ла (белмәгәндәргә әйтәм, ул эске яҡтан асылмай) бортҡа йоҙроҡлап һуҡты:
– Киттек!
Машина ҡуҙғалыу менән, бабай ки­леп туҡтаған трамвайҙың артҡы ишегенә йомолдо...
Ун биш метр самаһы барғас, «бобик» туҡтаны, унан төшкән шофер ишекте ҡалтырана-ҡалтырана асты.
Бабайҙы ҡыуа китерҙәр, тип уй­лағайным. Ҡайҙа ул! Үҙ ҡайғылары көслө булып сыҡты, мөнәсәбәттәрен асыҡларға тотондолар. Йоҙроҡлап...
Ә бабайҙы осратһам, тегеләргә үс итеп (барлы-юҡлы аҡсаларына кү­ңел асыусы ҡарттар менән булашмаһындар!), алдынан ҡалған­сы һыйлаясаҡмын әле! Ысынлап әйтәм, мин һүҙемдә тора торған егетмен.

Б. ФӘСХЕТДИНОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас