+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
13 Апрель 2022, 14:00

Ауыл мәҙәктәре

Диуана Элегерәк ауылда мәрәкә генә инәй йәшәгән. Берәй ғаиләлә сабый тыуһа, уны изге йоланан ҡалдырмай, исем туйына саҡы­ралар. Ҡартая килә әбей бик бирешмәһә лә, ҡолаҡҡа ҡата башлаған.

Ауыл мәҙәктәре
Ауыл мәҙәктәре

Ҡаланан ауылға ҡайтҡан бер ханым әбейҙе урамда осратып, хәл-әхүәлен, байрамса кейенеп ҡайҙа юл тотоуын һорашҡан.
– Әй, теге оста балаға исем ататтылар, – ти әбей.
– Кем тип ҡуштығыҙ? Ҡыҙмы, малаймы?
– Этем белһенме? Диуана тип исемләнеләр. Диуана. Ана шул диуаналар менән донъя тулды бит инде.
Теге ҡатын ҡыҙ­ҙың исеме Диана икәнлеген аҙаҡ ҡына белә.
Бер аҙҙан улар тағы осраша.
– Инәй, әллә та­ғы бәпес бармы?
– Барлығын бар.
– Кем тип ҡуш­тылар?
– Эй, ҡыҙым, һо­ра инде минән! Әллә Дальний Восток, әллә Владивосток. Бик төп­сөнөп торманым. Ҡайһылай булһа ла иҫән йәшәһен, – тип әбей китеп барған.

Минең өсөн

Фермаға Иван исемле яңы зоотехник эшкә урынлаша. Һауын­сы­лар ме­нән танышып, исемдәрен дә белеп өлгөрмәҫ элек, бере­һе көн һорап килә. Надежда Зәминә менән алмашырға тип алдан һөйләшеп тә ҡуйған.
– Кем булаһығыҙ? – тип һорай икән егет һауынсынан.
– Надежда Логинова. Иртәгә­леккә ебәрмәҫһегеҙме икән, тигәйнем.
– Ярар, за тебя эшләргә кем ҡала?
– Заминя.
– Ну, шул за тебя кем ҡала, тип һорайым бит һуң.
– Мин әйтәм, Заминя.
– Иптәш Логинова, мине йәш кеше тип шаяртмағыҙ. За тебя кем эшләй?
– Заминя тинем бит инде.
Зоотехник асыулана төшкән. Ә Надеждаға ҡыҙыҡ, көлөү­ҙән саҡ тыйылып, тик тора икән.
– Һуңғы тапҡыр һорайым, Ло­гинова, әтеү ебәрмәйем. Һеҙҙең өсөн кем эшләйәсәк?
– Заминя.
– Етте!
Шул саҡ Зәминә килеп инә.
– Вәт бына ошо гражданка Заминя исемле, иптәш Иван Фәләнович, – ти Надежда.
– Как так? – тигән була егет.
– Башың булһа, анау өйөлөп ятҡан ҡағыҙҙар араһынан табып, беҙҙең исемлекте уҡып сыҡ, – тигән дә һауынсы шарҡылдап көлөп ебәргән.
Иван оялышынан ҡыҙарып-бүртенеп бөткән, ә Зәминәне "Заминя" тип түгел, шаяртып "Затебя" тип йөрөтә баш­лағандар.

Әлиә БУЛАТОВА.

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас