0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
29 Апрель 2022, 14:00

Тауыҡ бото

Эштә тотҡарландым. Бүлмәне бикләп сығыр алдынан ҡатыным шылтыратып, ҡайтышлай берәй магазинға инеп, тауыҡ бото һа­тып алырға ҡушты.

Тауыҡ бото
Тауыҡ бото

Ҡулымда баш­ҡа әйбер булмағанлыҡтан, уны куртка кеҫәһенә тыҡтым. Туң, етмәһә, пакетта. Шулай уңайлы­раҡ. Туҡталышта эскәмйәлә автобус көтөп ултырам. Өс минут үттеме-юҡмы, яныма тып итеп полицейскийҙар килеп баҫты.
– Ни эшләп ултыраһың, әллә аяҡтарың тотмаймы?
– Тота, автобус көтәм.
– Баҫ әле... тә-ә-әк, бында нимә ул? – Мине тентей башланылар. Береһенең ҡулы тауыҡ ботона тейгәс, шунда уҡ ситкә һикерҙе лә, пистолетын сығара һалып, миңә аҡырҙы. Үтеп ба­рыусы кешеләр туҡтап ҡалды. По­лицейскийҙарҙың ҡалғандары ла хәрәкәткә килде: кемеһе ҡу­лын пистолетҡа һалды, кемеһе суҡ­марына йәбеште.
– Тәк, кеҫәңдәге әйберҙе һаҡ ҡына сығар... Әкрен генә... әкрен генә...
Беҙҙе уратып алған халыҡтың көлөүе аҫтында мин кеҫәмдән ҡыштырлаған пакетты сығарҙым. Полицейскийҙарҙың асыуҙан ҡыҙарған йөҙҙәренә ҡарау кү­ңелле ине.
Өйҙә ҡатыным менән рәхәт­ләнеп көлдөк.

Н. ОМОРҘАҠОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: