-5 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
30 Апрель 2022, 14:00

Мәрәкәләр

ПЕНСИОНЕРИке пенсионер ҡарт осраша.– Ғәлиулла, һин ни хәл­дә, нисек йәшәйһең?..– Ҡарттарса инде, ҡарт­тарса. Балаларҙан ҡалған­ды кейәм, ашайым.

Мәрәкәләр
Мәрәкәләр

ХИМИКАТТАР
Ике йыл бабай бәрәңге­һен химикаттар менән эш­кәрткән. Өсөнсө йылға ба­байҙы йәлләп колорадо ҡуңғыҙҙары күмәкләшеп үҙҙәре үк бабайҙың бәрәң­геһен күмешергә ризалаш­ҡан.
БАШ АУЫРТА
Кисәге эсеүҙән саҡ килеп торҙом, әй. Тороп ултыр­һам, уй-уй-й-й-й баш ауырта бит, әй. Шулай ҙа күҙҙе саҡ асҡас, шуны күрҙем: мобильникты стакан эсенә һалғанмын, ә теш протезын за­рядкаға тоташтырып ҡуй­ғанмын…
ПЕНСИЯ
Һуңғы йылдарҙа урыҫ­та­рҙың ныҡ яратҡан «ҡәйнә һәм кейәү” тураһындағы көләмәстәре ишетелмәй башланы...
– Кит әле, шуны ҡыҙыҡ хәбәр итеп, юҡты һөйләп ултырма! Ниндәй көләмәс ти ул. Беҙ бит бөтәбеҙ ҙә ҡәйнәмдең пенсияһына йә­шәп ятабыҙ ҙа баһа.
БИТЛЕК
Ирем менән магазинға инеп, ҡыяр алдыҡ. Ирем һорап ҡуйҙы:
– Әллә салат-маҙар эш­ләйһеңме?
– Битемә битлек эшләргә ине.
Өйгә ҡайтҡас ирем:
– Ҡыярҙарҙы һыуытҡыс­ҡа ҡуяйыммы, әллә һинең биҙәнгестәрең эргәһенә­ме?
ҮТЕНЕС
Кемдер ирендәрен ҡа­бартыуҙы, бәғзе берәүҙәр танауын үҙгәртеүҙе, кемдер түштәрен ҙурайтыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Ә минең үтенес – отпускымды оҙай­­тып, эш хаҡын арт­тырһын­дар ине.

Л. МӘЖИТОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: