Егет кис көнө өйҙәренә килгәс, ир һорашырға тотона: ҡайҙа эшләйһең, нисек йәшәргә уйлайһың һ. б.
– Беләһеңме, минең ҡыҙым текә машиналарҙа ғына йөрөй, затлы күлдәктәр генә кейә. Уны аҫрай алырһыңмы?
– Мин, әлбиттә, бай түгелмен, әммә тырышасаҡмын, миңә Аллаһ ярҙам итер.
– Ҡыҙымдың көн дә ресторандарҙа ғына тамаҡ туйҙырыуын беләһеңме?
– Беләм, ләкин мин Алланан һораясаҡмын, ул мине ярҙамынан мәхрүм итмәҫ.
– Беләһеңме, минең ҡыҙым Европаға осорға, унда магазиндарҙа йөрөргә ярата.
– Алланан үтенеп һорармын.
Буласаҡ кейәү киткәс, ҡыҙ атаһы янына йүгереп бара:
– Йә, нисек, оҡшанымы, юҡмы?
– Ул, әлбиттә, иҫәүәндең дә иҫәүәне. Ләкин уның мине Аллаһ тип атауы ныҡ ҡыуандырҙы.
Р. АЛЛАБИРҘИН.