+11 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
Туҡтауһыҙ көләм
6 Мая 2022, 10:00

Мәрәкәләр

Вагон Студенттар физиканан имтихан бирә. Зачеткаларын тапшырып, билет алалар. Яуап бирер ваҡыт етә. Уҡы­тыусылар уларҙың әҙерлеген белер өсөн йөрөп сыға.

МәрәкәләрМәрәкәләр
Мәрәкәләр

Рә­шиттең имтихан ҡағыҙы тап-таҙа. Уҡытыусы унан, һүрәт төшөрә беләһеңме, тип ҡы­ҙыҡһына. Кафедра өсөн тағы ла плакат эшләткеләре килә, тип уйлап, ул шатланып башын ҡаға.
– Миңә паровоз төшөрөп бир әле, – тип үтенә уҡытыусы.
Рәшит имтихан ҡағыҙына паровоз, вагондар, торбанан төтөн төшөрә. Уҡытыусы, бер нәмә лә белмәй, тип уйлап, уға зачеткаһын ырғыта ла:
– Паровозға ултыр ҙа де­канатҡа бар, – ти. – Имтиханды яңынан тапшырырға рөхсәт ҡағыҙы һора.
Рәшит бошонмай ғына өҫ­тәлдән зачеткаһын ала ла уҡытыусыға һуҙа:

– Юл ҡағыҙына ҡул ҡуйығыҙ.
Дәүләт баһаһы – өс балл.

Р. АЙҘАҒОЛОВ.

Йөк тейәүсе

– Һин рояль менән пиа­ни­ноның айырмаһын күҙ алдына килтерә алаһыңмы?
– Әлбиттә! Роялдә ҡылдар, дека, механик өлөшө горизонталь урынлашҡан, ә пианинола – вертикаль. Шуға күрә рояль пианинонан әҙерәк ҙурыраҡ.
– Бына был, исмаһам, белем! Һин әллә музыкантмы?
– Юҡ, дуҫҡайым, мин… йөк тейәүсе!

Н. БАҘАМШИН.

Фото: eoistver.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас