Өйҙә әбей менән бабай ғына йәшәй икән. Урыҫтарға былар ҡунырға рөхсәт биргән. Үҙҙәре урындыҡта йоҡлап ятҡас, ҡунаҡтарға иҙәндән урын эләккән. Иҙәндәре ер икән. Шәмде һүндереп йоҡларға ятҡандар. Бер аҙҙан ҡолаҡҡа сос әбей хыр ҙа мыр итеп әүем баҙарына китеп барған бабайын уятҡан. Шыбырлап ҡына:
– Бабай, былар баянан бирле, шубы-шубы, тип һөйләшәләр, атты урлап китмәһендәр, – ти икән. Бабай тыңлап ятҡан – ятҡан да урыҫтарҙың нимә тип һөйләшеүен аңлағас:
– Быларҙа һинең атың ҡайғыһы юҡ, әбей. Аҫтары – ҡаҡ, өҫтәре – йоҡаҡ. Аҫтарына – кейеҙ, өҫтәренә толоп бир, – тигән. Шунан саҡ урыҫтар йылынышып, бер нәмә белмәй йоҡлап киткән.
“Чай не пьем, махом давай”
Элегерәк булған хәл инде был. Әхмәт исемле бер башҡорттоң һәм урыҫ Григорийҙың бесәнлектәре бер тирәлә икән. Былар ғаиләләре менән ҡуна ятып, бесән эшләй. Башҡорттар, ғәҙәттәгесә, иртәнсәк тә , төшкөлөк тә сәй генә эсеп торалар ҙа, кис етеүгә күп итеп ит һалып, аш яраштыра, ти. Ә урыҫтар – киреһенсә: иртәнсәк тә тиҙ генә берәй нәмә өтөп ебәрәләр, төшкөлөккә һәйбәт итеп аш бешерәләр, ә кисен сәй генә эсеп йоҡлайҙар, ти.
Бер көндө иртәнсәк Григорий Әхмәткә һөрәнләй:
– Ахмет, айда котлет кушать!
Әхмәт:
– Спасиба! Григорий, чай пьем! – ти икән.
Төш етә. Григорий тағы ҡысҡыра:
– Ахмет, айда мясо кушать!
Әхмәт:
– Спасиба! Григорий, чай пьем! – тип яуаплай.
Төштән һуң Әхмәттең ҡатыны иренән:
– Кискә аш һалайыммы?- тип һораған.
Әхмәт:
– Ярай, ит һалып ыҙалама, кискә, Григөрөйҙәргә барыр ҙа ҡуйырбыҙ, иртәнсәктән бирле саҡыра, ти.
Кис етә. Григорийҙың теге яҡтан тауышы ишетелә:
– Ахмет, айда чай пить!
Әхмәт йәне көйөп:
– Че чай да чай, махом давай! – тип ҡысҡыра.
Махом – ит тигәнде аңлата.
«Четыре-метери»
Урыҫ дәүләте менән берләшеәс, башҡорттар балаларына урыҫса өйрәнеү кәрәклеген аңлата. Ни тиһәң дә, алыш-биреш , сауҙа итәләр, урыҫтар менән осрашып, ҡатнашып торалар.
Шулай бер көндө Манһыр ауылында йәшәүсе Ғәйзулла олатайға Һарыҡташ яғынан төрлө туҡымалар (сатин, ситса) менән һатыу итеүсе Михаил тигән ызнакумы ҡуна төшә. Ғәйзулла ағайҙың улдары күп ‒ өй тулы- малай. Михаил бабай:
– Ну, мальчики, кто по-русски знает? – тип һорай. Иң бәләкәй Ғөбәйҙулла тиҙ генә:
– Четыре - метери, – тип һала. Михаил бабай көлә лә:
– Молодец!, Мә, һиңә, – тип бер күлдәклек сатин бүләк итә. Шунан һуң Ғөбәйҙуллаға «Четыре-метери» тигән ҡушамат бирәләр. Ә ул ҙурая биргәс :
– Мин «четыре метери пять копеек «тинем бит», ‒ тип төҙәтер булған.
https://ye102.ru/articles/2013-07-12/k-l-m-st-r-la-aptar-m-bashynan-tk-n-y-y-h-ld-r-529223