– Ҡайһы дуҫыңдың тағы? Бер нисә көн алдан әйтә алмай инеңме ни? Нимә кейеп барырға? Бер йүнле күлдәгем дә юҡ. Шунан бүләк. Уны ҡайҙан эҙләйәсәкбеҙ?
– Иҫәрһең дә инде. “Минең иң яҡын дуҫымдың туйы” кино исеме бит ул. Наҙан, культураһыҙ…
– Культура тураһында һөйләп торған була бит әле, хәстрүш. “Аҡҡош күле”нә барабыҙ тигәс, ҡармаҡтар әҙерләгәнен онотҡан берәү.
Көлдөм дә ул
Бәләкәй малай өйгә йүгереп инә лә ҡысҡырып иларға тотона. Әсәһе:
– Ниңә илайһың, улым? – тип һорай.
Улы күҙ йәштәре аша:
– Беҙ атайым менән балыҡта булдыҡ, – тип яуаплай. – Атайым ҙур балыҡ тотто. Ҡармаҡты тартҡанда еп өҙөлдө лә, ул йөҙөп китте.
Әсә йылмайып:
– Шуның өсөн илайһыңмы? Һин хәҙер ҙурһың бит инде, бындай осраҡта иларға түгел, ә көлөргә икәнен белергә тейешһең.
– Мин көлдөм дә ул!
Б. РӘШИТОВ.