-1 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
13 Май 2022, 18:00

Самокат

СамокатЕмеш-еләк, йәшелсә магазинына ингәйнем, һатыусы:– Кемдер самокатын ҡалдырып киткән, кемдеке икәнен белмәй­һеңме? – тип һораны.

Самокат
Самокат

– Юҡ.
– Ҡыйын булмаһа, подъезығыҙҙағы балаларҙан һорашығыҙ әле.
– Ярар.
Осраған бер баланан белештем. Береһе лә ҡалдырмаған. Ике-өс көнгә бер магазинға инәм. Һатыусы зарлана:
– Бер кем дә юллап килмәне. Ә самокат һәйбәт, Ҡытайҙыҡы түгел.
Кисә улым менән саф һауа һуларға сығырға булдыҡ. Самокатты ла алырға кәрәк, рәхәтләнеп йөрөр. Ә ул юҡ. Ҡарамаған ер ҡалманы, гаражды ла асып ҡараным. Юҡ ҡына бит. Интернетты асып, самокаттың фотоһын алдым. Магазинға инеп, һатыусыға фотоны күрһәттем.
– Ошомо?
Һатыусы икенсе бүлмәнән беҙҙең самокатты алып сыҡты. Оялышымдан ер тишегенә инерҙәй булдым. Йә инде, үҙең һатып алған әйберҙе танымасы әле…

Р. ҒИМРАНОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: