-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
16 Май 2022, 14:00

"Бөркөт"

“Москвич”тағы бабай BMW-ны төкөй. Күҙ асып йомғансы машинанан ергә сәстәрен ҡырҙырған, муйындарына бармаҡ йыуанлыҡ сылбырҙар таҡҡан, сиртһәң ҡаны сығырлыҡ әзмәүерҙәр һибелә лә бабайҙы уратып ала:

"Бөркөт"
"Бөркөт"

– Ну, ҡарт, ҡаптың!..
Бабай ҙа юғалып ҡалмай:
– Егеттәр, минең улым ҡошсолоҡ фабрикаһы директоры. Шылтыра­тырға телефонығыҙҙы биреп тороғоҙ әле. Ул килгәс, үҙегеҙ һөйләшерһегеҙ.
Тегеләр үҙ-ара кәңәшләшеп алғас, (йәнәһе, ҡошсолоҡ фабрикаһы директорын һауалар!) бабайға телефон тоттора. Бабай улына хәлде аңлатып бирә. Көтәләр…
Оҙаҡламай тәҙрәләре ҡарайтылған ике “Крузак” тормоздарын сыйылдатып килеп туҡтай. Битлекле егеттәр ауыҙҙарын йырып тороусы әзмәүерҙәрҙе морондары менән асфальтҡа һуҙып һала. Автомобил­дәрҙең береһенән сыҡҡан егет бабайға:
– Атай, һиңә күпме әйтергә була, – ти, – мин ҡошсолоҡ фабрикаһы директоры түгел, ә “Бөркөт” начальнигы.

А. ТУҒАНОВ.

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас