-6 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
18 Май 2022, 18:00

Һыу ингәс

Беҙҙең офис полицияның район бүлеге янында урынлашҡан. Аңлап тороуығыҙса, йәштәр үҙ-ара аралаша. Полицейскийҙарҙан кемдер беҙҙә даими күңел аса.

Һыу ингәс
Һыу ингәс

Бөгөн төш көнө ял итеү тураһында һүҙ сыҡты. Йәйге ҡиссаны иҫкә төшөрҙөк.
– Эштән һуң йылғаға һыу инергә барырға булдыҡ. Һыра алғас, пляжға киттек. Ә унда – ҡыҙҙар. Алған һырабыҙ етмәне, араҡыға барып килдек.
Ҡайтырға ҡуҙғалғанда барыбыҙҙың да күңел күтәренке ине. Күҙ алдына килтерегеҙ – машинала һигеҙ кеше, тәҙрәләрҙән ҡыҙҙарҙың аяғы сығып тора. Ҡолаҡ тондорғос музыка яңғырай. Дворниктарға плавкиҙар эленгән. (Тиҙерәк кипһен өсөн).
Ҡапыл салонда паника башланды. Алда гаишниктар күренде! Бер килке кәңәшләшкәс, туҡтамаҫҡа, юлды дауам итергә булдыҡ. Барыбер эләктек! Гаишниктар беҙҙе иғтибар менән күҙҙән үткәрҙе, ләкин ниңәлер туҡтатманылар. Ҡотолдоҡ! Ни өсөн – әле булһа аң­ламайым.
Шунда әңгәмәгә ҡунаҡтарҙың береһе ҡушылды. Һуңынан уның гаишник икәне асыҡланды.
– Һеҙҙе ниңә туҡтатырға? Дворник­тарға плавкиҙар элеүегеҙ генә етмәгән, мигалкаларға бюстгальтерҙар ҙа кейҙергәйнегеҙ.
– Ниндәй мигалка?
– Һеҙ үҙегеҙҙең полиция УАЗигында йөрөгәнегеҙҙе оноттоғоҙмо ни? Етмәһә, мигалка, сирена менән?

Утты һүндерҙеләр

Дачала шәмбелә төнгөлөккә электр утын һүндерҙеләр. Юғалып ҡалманыҡ. Тауыҡты шарапта маринадлағас, мангалда ҡыҙҙырып алдыҡ, көлдә картуф бешерҙек. Мейестә пицца әҙерләнек. Телде йоторлоҡ булды! Магазинда һатылғандары ары торһон.
Киске аштан һуң усаҡ яҡтыҡ, шарап эстек, машинала музыка ҡуйып аяҡтарыбыҙ талғансы бейенек, таң атҡансы йырлашып ултырҙыҡ...
Ә ут булһа, моғайын, ҡарабойҙай бутҡаһы ашап, кефир эсер, “Класташтар”ҙа ултырыр, шунан әүен баҙарына китер инек.

М. МИСБАХОВ.

Фото: azcoloriage.com

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: