

Ҡурҡмай һатыу итергә мөмкин. Әгәр күп итеп алһаң, базала 2 һум 50 тиндән бирәләр, ә мин 4 һум 50 тиндән һатырға булдым. Күрше киоскыла ҡулға алмаҫлыҡ фломастерҙарҙы 10 тәңкәнән һаталар.
Кешеләр килеп ҡарай ҙа боролоп китә:
– Насар, йүнле булһа 4 һум 50 тиндән һатмаҫ инең.
Психландым, шул уҡ ҡап янына бер фломастерға 25 һум тип яҙып ҡуйҙым.
Сираттағы һатып алыусы менән һөйләшәм.
– Һмм, ни өсөн бер фломастерың 25, ә икенсеһе 4 һум 50 тин, әллә төрлөләрме? – тип белешә теге.
– Юҡ, бер үктәр, күрмәйһегеҙме ни, бер үк ҡаптан.
– Ә ниңә хаҡтары төрлөсә?
– Арзан хаҡҡа ышанмайҙар, ҡиммәт булһа, яҡшыраҡ, тиҙәр.
– Һмм, аңлашылды, йә ярай, миңә бер ҡап бирегеҙ.
– Һеҙгә 4 һум 50 тинлегенме әллә 25 тәңкәлегенме? – тип һорайым мыҫҡыллы әсе көлөп.
– Әлбиттә, 25 тәңкәлеген! Арзан әйбер алып тормам инде!
Р. САПТАРОВ.