-6 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
31 Май 2022, 15:00

Итле аш

Минең эш көнөм күберәк ма­шинаның руле артында үтә. Ҡыҫ­ҡаһы, мин профессиональ шофер. Исемләп әй­теп тормайым инде, Өфөлә эш­ләгән бик ҙур хужаны йөрөтәм.

Итле аш
Итле аш

Шулай бер мәл Һарытау ҡалаһына командировкаға сы­ғып киттек. Күп кенә йөрөй торғас, та­маҡ ялғап алырға тип, иң беренсе күҙгә салынған кафеға индек. Кафеның тәҙрәләренән былҡ-былҡ итеп төрлө төҫтәге уттар кү­ренә. Әллә ҡайҙан үҙенә саҡы­рып тора ине ул. Беҙ ошо кафеға инеп, күп уйлап тормай, буш өҫтәл артына ултырҙыҡ. Иң тәүҙә менюларына күҙ һалып алдыҡ. Ҡул­дарҙы йыуып, үҙебеҙгә оҡшаған ашамлыҡты, аш урынына итле щи, ә икенсе блюдоға былау һәм компотҡа заказ яһаныҡ. Бармен беҙҙең заказды батмус менән елтерәтеп алып килеп өҫтәлгә теҙеп ҡуйҙы.
Минең шеф, ҡалаҡ алып, щи ти­гәндәрен бутап-бутап ҡара­ны ла, ситкә этеп ҡуйып, теге йәш егетте үҙенә саҡырҙы. Мин ашарға тип ауыҙҙы ғына асҡай­ным, хужам минең тәрилкәне сит­кә этеп ебәрҙе лә, ашамай то­рорға ҡушты.
Бармен тигәндәре етеҙ генә килеп етте.
– Йә, уҡып күрһәт әле, бына бында нимә тип яҙылған?.. – тип, бөтә кафеға ишетелерлек итеп, шеф бармағы менән «щи с мясом» тигән менюлағы яҙыуға төр­төп күрһәтте. Беҙҙе хеҙмәтлән­дергән йәш егет теләр-теләмәҫ кенә менюға күҙ йүгертте лә, һу­ҙып ҡына уҡырға тотондо:
– Щи с… (оҙаҡ ҡына пауҙа яһап, туҡталып торғас ҡына)…с мя…сом? – тине.
– Шул-шул, итле аш, тип яҙыл­ған булһа кәрәк. Ә был щиҙа ит түгел, серек бәрәңге киҫәге лә күренмәй ҙә баһа!.. – тип тағы ла яманыраҡ итеп ҡысҡырҙы шеф.
Бармен ғәфү үтен­гәндәй ишара яһаны ла, беҙҙең ал­дағы тәрил­кәне алып сығып китте. Күп тә үтмәне, аш бүл­мәһе яғынан тәмле еҫ сығарып бармен яңынан күренде. Беҙ­ҙең алға килтереп ҡуйған щи тигәндәре сәпсим икенсе аш булып сыҡты, хуш еҫле, бәрәң­ге менән итте лә мул ғына һалғандар ине. Тамаҡ туй­ҙы­рып сыҡҡас, хужа ҡыҫыҡ күҙ менән генә миңә ҡарап алды ла:
– Бына шулай кәрәк улар менән! Ул саҡта ашта бәрәңге лә, ит тә булыр. Ә бына компоттары шул хәтле тәмле ине. Күрәһең, үҙҙәренә тип ҡай­натҡан кәстрүлдән һалғандар­ҙыр, – тип, бик ҡәнәғәт йылмайып ҡуйҙы.
Беҙ юлды дауам иттек. Шулай ҙа минең хужа ныҡ ғәҙел кеше. Ошондай күңелһеҙ хәл­дәрҙе яратмай ул. Уның менән юлға сыҡһаң, тамағың да туя, юлың да уңа. Командировкала бигерәк тә. Сөнки яңы урын, белмәгән, күрмәгән кешеләр менән эш итергә тура килә.

Л. САЯНОВ.

Фото:  ru.depositphotos.com

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: