Азамат башын эйеп уйланып ултыра, яуап әҙерләй. Уҡытыусы уны яуап бирергә саҡырҙы.
– Һорауҙы уҡығыҙ.
– Һигеҙенсе билет. Беренсе һорау: “Шәкәр сөгөлдөрөнөң төп ҡулланышы”. – Азамат тынып ҡалды.
– Шәкәр сөгөлдөрө ни өсөн кәрәк? – тип һораны уҡытыусы “шәкәр” һүҙенә баҫым яһап.
– Ни... беҙ өйҙә һарыҡтарға бирәбеҙ.
– Тәк, яҡшы, – уҡытыусы уны хупланы. – Шәкәр сөгөлдөрө тағы ла ни өсөн кәрәк?
– Ни... беҙ тағы ла һыйырҙарға бирәбеҙ.
– Был аңлашыла. Уны тағы ла ни өсөн үҫтерәләр?
– Беҙ уны тағы ла тауыҡтарға бирәбеҙ, ләкин улар уны насар суҡый, яратмайҙарҙыр, күрәһең...
– Һинеңсә, шәкәр сөгөлдөрө йорт хайуандарына ашатыла. Шулаймы?
– Ни... шулай.
– Ләкин уның төп ҡулланылышы был түгел бит, дөрөҫмө? Тәк, шәкәр сөгөлдөрөн ни өсөн үҫтерәләр?
– Ни... беҙ һарыҡтарға бирәбеҙ...
– Яҡшы, – уҡытыусы тауышын күтәрә төштө. – Тыңла. Һин йоҡонан торғас ни эшләйһең?
– Зарядка эшләйем.
– Маладис. Ашайһыңмы?
– Әлбиттә.
– Сәй эсәһеңме?
– Эйе, эсәм.
– Нимә менән эсәһең?
– Бал менән, варенье менән...
– Тәк, – уҡытыусы уны бүлдерҙе, – ә вареньены нимәнән яһайҙар?
– Беҙҙә ҡарағаттан, сейәнән яһайҙар, үҫһә, еләктән дә ҡайнаталар. Алманыҡы ла тәмле була.
– Тәк... Шулай ҙа шәкәр сөгөлдөрөнөң төп ҡулланышы нимәлә?
– Ни... беҙ һарыҡтарға бирәбеҙ.
Шунда уҡытыусыбыҙҙың түҙемлеге шартлап һынды ла, ул Азаматты ҡыуып сығарҙы.
Р. ИҪӘНБИРҘИН.
Фото: 1043wowcountry.com