-1 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
5 Июнь 2022, 14:00

Мине алып китәҫегеҙме, ә?

– Полиция саҡырттығыҙмы?– Эйе, саҡырттыҡ, саҡырттыҡ! Һеҙҙе көтә-көтә күҙ тондо!– Тығын бит! Йә, бында һеҙҙең менән ни булды?

Мине алып китәҫегеҙме, ә?
Мине алып китәҫегеҙме, ә?

– Анау йыртҡысты, анау енәйәтсене алып китегеҙ!
– Кемде?
– Уны, минең иремде!
– Ғәфү итегеҙ, гражданочка, әммә мин ул гражданинды алып китергә сәбәп, күҙгә ташланып торған һылтау күрмәйем. Һеҙҙең өйөгөҙҙә тыныс, идеал тәртип, янъял эҙҙәре юҡ. Ә ирегеҙ сәй эсеп ултыра.
– Тфү! Мин ҫәй эҫмәйем, ә ауыҙымды ҫайҡайым. Юҡ инде, мине алып китегеҙ. Ҫеҙҙең теге... ни әле... бығау­ҙарығыҙ ҡайҙа? Бығаулағыҙ ҙа алып китегеҙ!
– Һеҙҙе ни өсөн алып китергә һуң?
– Ул йыртҡыстың һүҙҙәренә иғтибар итмәгеҙ! Ә һин, хайуан, ҡыуанма, һине алып китергәме әллә юҡмы икәнен үҙем беләм.
– Минең түҙемлегем бөттө! Гражданка, ирегеҙҙе ни өсөн алып китергә кәрәклеген асыҡ әйтегеҙ.
– Ул миңә ҡул күтәрҙе.
– Ҡайҙа, күрһәтегеҙ.
– Нимә күрһәтергә?
– Ну, һеҙҙәге ҡул эҙҙәрен.
– Иптәҫ лейтенант, мине алып китәҫегеҙме, юҡмы? Мин төйөн­ҫө­гөмдө лә әҙерләп ҡуйҙым. Әйҙәгеҙ, ҫеҙҙең арестанттар маҫинаһы ҡайҙа?
– Тик кенә ултыр! Уны тыңламағыҙ, иптәш полиционер! Ҡара һин уны, ҡалай ҡыуана!
– Тәк, гражданин, бында ни булғанын һеҙ аңлатырһығыҙ, бәлки?
– Ни... Эҫтән ҡайттым, ә ул иҙәнгә яңы келәм йәйгән...
– Шунан?
– Ә мин яңылыш туфли менән... баҫтым. Ҫитенә генә.
– Шунан, артабан?
– Нимә артабан? Ул минең уң яңағыма тондорҙо, ике теҫем осоп китте. Һул яғыма ла тондорорға теләне, ярай әле, ваҡытында ҡулымды күтәреп өлгөрҙөм. Ҫаҡландым. Мине алып китәҫегеҙме, ә? Теҫтәрем былай ҙа әҙ ҡалды...
– Бына нисек икән! Рәхәтләнеп! Егеттәр, был хулиганды алығыҙ. Һис юғы, беҙҙә ун биш тәүлек ял итер...

И. ХӘЙЕРНАСОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: