Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
7 Июнь 2022, 14:00

Мин унда юҡ инем

Йорт һалғандар. Күпмелер ва­ҡыт­тан һуң ул емерелеп төшкән. Һәр ваҡыттағыса, ғәйеплене таба алмағандар. Кемде хөкөм итергә? Кирбес, цемент һәм ҡомдо хөкөм итергә булғандар.

Мин унда юҡ инем
Мин унда юҡ инем

Кирбесте хөкөм итәләр:
– Йорт емерелгәнгә һин ғәйеп­ле, һине хөкөмгә тарттырасаҡбыҙ!
Кирбес:
– Юҡ, мин ғәйепле түгел, мине нисек һалһалар, шулай ята бирҙем.
Ҡомдо хөкөм итәләр:
– Йорт емерелгәнгә һин ғәйеп­ле, һине хөкөмгә тарттырасаҡбыҙ!
Ҡом:
– Юҡ, мин ғәйепле түгел, мине иретмәгә күпме һалһалар, шул килеш яттым…
Цементты хөкөм итәләр:
– Йорт емерелгәнгә һин ғәйеп­ле, һине хөкөмгә тарттырасаҡбыҙ!
Цемент (нәфрәтләнеп):
– Туҡтағыҙ әле, мин унда бөтөнләй юҡ инем!

Р. ҒИЛМИЯРОВ.

Фото: strd.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: