+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
8 Июнь 2022, 13:00

Мәрәкәләр

Шкаф башынаӘхирәтемдең буйы бер метр­­ҙан саҡ ҡына артығыраҡ, ә унынсы класта уҡыусы улы­ныҡы – теп-теүәл ике метр. Үҫмер терһәктәрен һәм башын ишек яңағына терәп баҫып тора.

Мәрәкәләр
Мәрәкәләр

– Әсәй, урамда йөрөп керәм әле.
– Инглиз теленән дәресеңде әҙерләп бөтмәйенсә бер ҡайҙа ла сыҡмайһың, тип әйттем бит инде.
– Әсәй, сығар инде, сығар­маһаң, тағы ла шкаф башына ултыртып ҡуям.

Айырылышмаҡсы

Минең бөтә ғүмерем иремде хәстәрләүгә ҡоролған. Уға эсергә, тартырға юл ҡуйма­йым, һаулығын һаҡлайым. Нервыһын боҙмаҫ өсөн бокс, футбол, хоккей ҡарарға ирек бирмәйем. Туҡланыу режимын боҙмаһын өсөн, бер ҡайҙа ла тотҡарланырға рөхсәт итмә­йем.
Ашҡаҙанын боҙмаһын өсөн туҡланыуын да күҙәтәм, майлы, тоҙло, маринадланған, ыҫланған, ҡырҡыу, әсе ашамлыҡтарға беҙ­ҙең табында урын юҡ. Бөтәһе лә, бөтәһе лә уның өсөн!
Ә ул хайуан рәхмәт әйтәһе урынға минең менән айырылыш­маҡсы…

Үтек

Әсәйем менән ауылға өлә­сәйемдәргә барҙым. Әсәйем уның әйберҙәрен үтекләргә булды.
– Үтек ҡайҙа?
Өләсәйем СССР осоронан ҡалған иҫке үтек бирҙе.
– Яңыһы юҡмы ни? – тип һо­раны әсәйем.
– Бар, шкафта булырға тейеш, – тип яуап бирҙе өләсәйем.
Шкафты астым, унда яңы үтек тора. Шундай уҡ үтек. СССР-ҙан ҡалған.

И. ҠОТЛОЗАМАНОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: