+11 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Туҡтауһыҙ көләм
8 Июня 2022, 13:00

Танкылар менән

Немецтан һорайҙар:– Магазинға ниндәй машинала йөрөйһөң?– БМВ-ла.– Ә сит илгә?

Танкылар менәнТанкылар менән
Танкылар менән

– Сит илгә "Мерседес"та барам.
Француздан һорайҙар:
– Магазинға ниндәй машинала йөрөйһөң?
– «Рено»ла.
– Ә сит илгә?
– «Пежо» ла.
Беҙҙекенән һорайҙар:
– Магазинға ниндәй машинала йөрөйһөң?
– Троллейбуста.
– Ә сит илгә?
– Беҙ сит илгә бармайбыҙ.
– Барырға кәрәк булһа?
– Беҙ бармайбыҙ.
– Бик ныҡ барырға кәрәк булһа?
– Беҙ бармайбыҙ.
– Бик ны-ы-ыҡ барырға кәрәк булһа?
– Бик ны-ы-ыҡ барырға кәрәк булһа, танкылар менән барабыҙ.

А. РӘШИТОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас