+11 °С
Облачно
Туҡтауһыҙ көләм
12 Июня 2022, 07:00

Һөргөнгә эләкте

Картуф – ябығыу өсөн бик һәйбәт ризыҡ. Бер гектар итеп ултыртығыҙ ҙа (яртыһы ла баштан ашҡан), утағыҙ ҙа күмегеҙ, утағыҙ ҙа күмегеҙ, көн аралаш колорадо ҡуңыҙын сүпләргә онотмағыҙ. Көҙгә кәтмән артына йәшеренә алырһығыҙ. ***

Һөргөнгә эләктеҺөргөнгә эләкте
Һөргөнгә эләкте

Ике класташ осрашҡан. Дуҫтарын хәтергә төшөрәләр.
– Ғәли ни эш бөтөрә?
– Ышанаһыңмы, юҡмы, һөргөнгә эләкте!
– Булмаҫ?!
– Өйләнде, ә ҡәйнәһенең баҡсаһы ике гектар.
***
Баҡсасыларҙың кейеменә ҡарап, ун йыл элек ниндәй кейем модала булыуын белергә мөмкин.
***
Иғландан: «Һаулығына зарланмаған ҡатын-ҡыҙ менән танышам. Үҙем тураһында: 30 сутый баҡса».
***
– Сәләм! Ял көндәрендә буш булаһыңмы?
– Юҡ, эшем бар.
– Ниндәй?
– Түтәлфитнесҡа барам.
***
– Ҡара әле, Кәли, һин бит спортсы. Күнегеүҙәр өйрәт әле. Мускулдарҙы үҫтерер­гә, аяҡ-ҡулдарҙы шунда…
– Баҡса ҡаҙы.
***
Бер ир дача һатып алған. Күршеләре менән таныша.
– Һаумыһығыҙ, мин һеҙҙең яңы күршегеҙ булам. Борсолмағыҙ, мин әҙәпле кеше. Эскәс, боларып йөрөмәйем.
– Ә мин боларам!
***
Дачалағы күршеләремдең бөтәһен дә таныйым, тик… йөҙҙәренән түгел.
***
Май байрамдарында халыҡ ике лагерға бүленә. Берәүҙәре – картуф, икенселәре бауыр ултырта.
***
Дача. Бер участкала йорт ҡуяны аҫрағандар, икенсеһендә эт тотҡандар. Эт ҡуяндың ситлеге янына йыш йөрөгән. Берҙән-бер көндө ул йән биргән, һаҫыған, бысраҡ йәнлекте тешләп алып ҡайтҡан. Тауыштан ҡурҡҡан хужа ҡуянды йыуып ситлегенә һалған, йәнәһе, был эш минең эттеке түгел.
Кис көнө күршеһе килә. Йөҙө ағарған, тотлоға-тотлоға һөйләй:
– Кисә ҡуяным үлде, мин уны ҡойма буйына күмгәйнем, бөгөн ҡараһам, ситлегендә ята…

Р. ЙӨҘӨМБАЕВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас