-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
14 Июнь 2022, 12:00

Ике дуҫ танытмаһы

Был ваҡиғаға ун йыллап ваҡыт үткәндер. Машина алырға уй­лаған танышым автомәктәпкә уҡырға йөрөй башланы.

Ике дуҫ танытмаһы
Ике дуҫ танытмаһы

Икебеҙ ҙә һаҡаллыбыҙ. Йәш айырмаһы ла биш йыл тирәһе генә. Дуҫым Вадим бик үткер егет. Юл ҡағиҙәләрен яҡшы белһәм дә машинала йөрөргә бик таҫыллығым булманы. Ныҡ кәрәк саҡта ғына ултырып сығып китә торғайным, ә Вадим машинаны шул хәтле яратты, көндәр буйы «тимер ат»ында соҡона.
Бер көндө һалмыш килеш гаишниктарға эләгеп, праваһын алдырып ҡуйҙы. Уның шул хәтле ҡара янып йөрөгәнен күреп, үҙемдең дә эсем бошто. Ни хәл итәһең, үҙе ғәйепле.
Шулай йөрөй торғас, йыл ярым үтеп китте. Вадимдың яңынан праваға имтихан тотор ваҡыты билдәле булғас, оҙаҡ ҡына һөй­ләш­тек тә, ни булһа ла булыр, тип, икәүләшеп киттек. Ике­беҙҙең дә һаҡалыбыҙ бар ине. Етмәһә, ҡапыл ҡарауға бер-бе­ре­беҙгә оҡшап торабаҙ. Ҡай­һы бер кешеләр беҙҙе бу­та­штырҙы ла. Ул көндө икебеҙ ҙә бер төрлө күлдәк, бер төрлөрәк салбар кейҙек.
Имтихан алыусы инструктор:
– Следующий, давай, быстрей, – тип ҡысҡырғас та Вадим урынына мин инеп киттем. Ҡур­ҡыштан ҡалтыранһам да ҡау­шауымды һиҙҙермәҫкә тырыштым. Бөтә һорауҙарға ла сатнатып яуап бирҙем.
Артабан икенсе инструктор ҡабул итте. Ул:
– Давай, марш на вождение!.. – тип бойороу менән минең урынға дуҫым Вадим йүгерә-атлай руль артына инеп ултыра. Йөрөй торған машина «шестерка». Бик һаҡлыҡ менән генә рулде үҙенә тартып икенсе тиҙлектә ҡуҙғалып китергә рөхсәт һорай. Гаишник күҙҙәрен аҡайтып: – «Бөтә курсанттар ҙа шулай йөрөһә ине», – тип аптырап ҡуя. Ә ул:
– Ә кәк же, ун йыл руль артында!.. – тип ысҡындырғанын һиҙмәй ҙә ҡала. Гаишник уға ҡарап телһеҙ ҡала. Шунан тиҙ генә был хәлдән ҡотолоу яғын уйлап, атайым мине гел руль артына ултыртып йөрөттө, – тип өҫтәп ҡуя. Икәүләп машинала барғанда гел генә:
– Права алғас та машинаһын бөтөнләйгә миңә бирергә вәғәҙә итте. Праваһыҙ бер нисек тә булмай шул, – тип хуплай. Шунан һуң ғына ҡатып ҡалған гаишник йоҡонан уянғандай, тартылып-кирелеп ала ла йылмайып ҡуя.
Ошондай мәшәҡәттәр менән ул правалы булды. Хәҙер рулдән төшкәнe лә юҡ. Машинаға ул­тырған һайын:
– Аллаға шөкөр, янымда шундай ярҙамсыл дуҫтарым күберәк булһын, – тип ҡыуанып, рулгә бер-ике һуғып ала ла:
– Йә, малҡай, не подведи, елдекме?.. – тип ҡуҙғалып китә.

Л. МӘЖИТОВ.

Фото: club-picanto.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: