-1 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
15 Июнь 2022, 11:17

Йәй көнө ауылда

Мин мәктәптә ҡыҙҙарҙың толомонан бер ваҡытта ла тартманым, сөнки бер тапҡыр ауылда аттың ҡойроғон тартып ҡа­рағайным

***
Ҡала кешеһе ауылға ял итергә килгәс, иртән балыҡ тоторға барған. Бәләкәй генә күл янында осраған кешенән:
– Әйтегеҙ әле, бында ҡармаҡ һа­лырға яраймы? – тип һораған.
– Ярай.
– Әгәр мин нимәлер тотһам, был ҡоротҡослоҡ буласаҡмы?
– Юҡ, мөғжизә буласаҡ…
***
– Бында, ауылда, беҙҙе әтәс уята.
– Һәйбәт, уны унынсы яртыға ҡу­йығыҙ!
***
– Һеҙҙә, ауылда, экология ниндәй һәйбәт!
– Һеҙҙең ҡалала экология ул, ә беҙҙә тәбиғәт!
***
Беҙҙә бөтәһе лә үҙ баҡсабыҙҙан: көмөшкә – сөгөлдөрҙән, первач – бә­рәңгенән, шарап – ҡурай еләгенән, нас­тойка – ҡарағаттан. Ер – оҫта ҡул­дар барҙа крәҫтиәнде һәр ваҡыт һыйлай!
***
Ауыл. Йорт. Кис. Ишек ҡағалар.
– Һеҙгә утын кәрәкме?
– Юҡ, кәрәкмәй.
Иртән уянһалар, утындары юҡ…
***
– О, ниндәй һоҡланғыс күренеш! – ти ауылға килгән ҡала кешеһе. – Мин уны бер нәмәгә лә алмаштырмаҫ инем!
– Бәлки, – тип яуаплай ауыл кешеһе. – Әгәр был күренеште йыл да һөр­һәгеҙ, тырматһағыҙ, сәсһәгеҙ, урһағыҙ, уға башҡасараҡ ҡарар инегеҙ.
***
– Әбей, күрше ауылға ҡәҙәр нисә километр?
– Ғүмер буйы биш булды. Шунан белгестәр килеп үлсәгәс, етегә әйләнде. Улар арҡаһында хәҙер ике километр­ҙы артыҡ йөрөйбөҙ.

Б.ЯМҒЫРШИН.

Фото: up-photo.ru

Автор:Миляуша Хабилова
Читайте нас: