Иң өҫтәге ҡапҡа тағы ла бер йомортҡа ҡуйылған. Һатып алғанда береһе ватыҡ булғандыр ҙа, алмаштырғандарҙыр. Алпан-толпан атлағанлыҡтан, эләгеп йығылыр, тип уйлағайным, шулай булып сыҡты ла. Маташа торғас, теге аяғына баҫты, әммә ҡап өҫтөндәге йомортҡа газонға тәгәрәне. Ватылманы. Ир ҡаптарға ҡарай-ҡарай ипләп кенә теге йомортҡаға үрелде. Шул мәлдә пинжәгенең эске кеҫәһенән бер шешә араҡы бордюрға төшөп китте лә, селпәрәмә ватылды ла ҡуйҙы. Быяла ватыҡтары, шыйыҡса тирә-яҡҡа сәсрәне.
Бына шунда ысын тамаша башланды ла инде. Арыҫландай ярһыған ир ҡатлап һүгенә-һүгенә ҡаптарҙы тротуарға бәрҙе. Теге бәхетһеҙ йомортҡаға ла эләкте, уныһы өй стенаһына осто.
Шуныһы йәл, видеоға төшөрөп ала алманым.
Күңелһеҙ хәл
Дуҫлашып йөрөгән егетем менән мөнәсәбәттәребеҙ әллә нисек. Ҡайһы берҙә аңлап етмәйем мин уны. Әллә үҙен ташлап кейәүгә сығып киткән ҡыҙын һаман онота алмай. Минең хәлгә ҡалһағыҙ, һеҙ ҙә шулай уйлар инегеҙ.
Мине алырға машинаһында килде. Машинаға ултырғас, бер-беребеҙҙең хәлен һораштыҡ. Шунан уның йөҙө ҡараңғыланды:
– Күңелһеҙ хәл килеп сыҡты бит әле…
Ҡурҡыуға төштөм:
– Ни булды?
– Йырҙы тыңлап ҡара әле.
Ә машинала йыр яңғырай:
– Үтте ул, һүнде ул
Үҙебеҙ ҡабыҙған мөхәббәт.
Илама, ярһыма –
Һин үҙең ғәйепле барыһына.
«Элекке ҡыҙы иҫенән сыҡмай». Ни эшләргә лә белмәйем: иларғамы әллә төшөп ҡалырғамы? Күңелһеҙләнеүемде күргәс, ҡулын иңбашыма һалды:
– Һин мине аңламаның, йырҙың һүҙҙәрен түгел, ә үҙен тыңла. Минеңсә, уң колонна шаулай шикелле? Шулаймы?
Үлтерҙе…
Р. ИХСАНОВА.