– Яңы костюм алырға кәрәк, быныһы һиңә бәләкәй, – тине.
Асыуым килде: мин бынан ун йыл элекке һомғол кәүҙәле егет түгелмен дә баһа!
– Ҡәҙерлем, ниңә? Мине ғүмергә лә Кремлгә ҡабул итеүгә саҡырмаясаҡтар, театрға аяҡ та баҫҡаныбыҙ юҡ, эшкә ыштанһыҙ барһам да һүҙ әйтеүсе табылмаясаҡ. Шулай булғас, ул костюм миңә бысағымамы ни?!
Һөйөклө ҡатыным уйланып торҙо ла әйтте:
– Һине нимә кейҙереп ерләрмен һуң?
И.АЛЛАҒОЛОВ.
Фото: istockphoto.com