-1 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
21 Июнь 2022, 18:00

Көл һауыты

Үҙегеҙ бе­леүегеҙсә, ҡыш ҡараң­ғы иртә тө­шә. Эштән парк аша ҡай­­тып киләм. Эс­кәм­йә­ләр­ҙең береһендә кем­гә бәйлә­нергә белмәй ҡыҙма­са ир-егеттәр ултыра

Көл һауыты
Көл һауыты

Бәхет­тәренә күрә, юлым уларҙың янынан үтә.
– Тәмәкең бармы?
– Бар. – Бирҙем.
– Шырпың?
– Шырпы ла бар.
Ҡотолдом шикелле... Был тирәнән тиҙерәк тайырға кәрәк.
– Ә көл һауыты?
Шунда күҙем эскәмйә янын­да торған суйын сүп-сар һауытына төштө.
– Ошондай яраймы?
– Ярай.
Тегеләр тағы берәй нәмә уйлап сығарғансы, китә һа­лайым тип, урынымдан ҡуҙ­ғалдым. Өс метр ҙа атларға өлгөрмәнем, арттан тауыш ишетелде:
– Әй, көл һауытыңды онот­тоң бит!
Боролһам, ҡаршыма әле генә ерҙән ҡуптарып алын­ған суйын сүп-сар һауыты тотҡан ир килә. Ни эшләй­һең, алырға тура килде...

Р. ИҘЕЛҒУЖИН.

Фото: ru.pngtree.com

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: