+13 °С
Дождь
Туҡтауһыҙ көләм
27 Июня 2022, 07:00

Мәрәкәләр

Баҙарҙа төшәһегеҙме? Ярым буш автобуста пас­сажир­ҙарҙың күбеһе музыка тыңлап китеп бара. Береһе ҡолағынан наушнигын тартып алды: “Баҙарҙа туҡтағыҙ!” һәм наушнигын ҡабат тығып ҡуйҙы.

МәрәкәләрМәрәкәләр
Мәрәкәләр

Икенсеһе ҡолағынан науш­нигын тартып алды: “Баҙарҙа туҡтағыҙ!” һәм наушнигын ҡабат тығып ҡуйҙы. Тағы ла өс кеше шулай эшләне.
Тынлыҡ. Шофер ҡолағынан наушнигын тартып алды ла ҡысҡырҙы: “Баҙарҙа төшөүсе­ләр бармы?”

6/9

Эшкә яңы кеше алдыҡ. Ул анкетала балалар тураһындағы графаға “6/9” тип яҙғайны. Уҡығас, бик оҙаҡ баш ваттыҡ. Ни генә уйлап сығарманыҡ: ирҙең 6 малайы һәм 9 ҡыҙы бар, 6 ҡатынлы һәм 9 балалы, балалары 6 йәштән алып 9 йәшкә тиклем... Һуңынан үҙе­нән һораныҡ: был яҙыу нимә аңлата? Яуап беҙҙе шаҡ ҡатырҙы: “Ҡатынымдың алты айлыҡ ауыры бар...”

Тиктомалға

Эштә өс ҡатын йыйылған да ирҙәрҙе туҡмарғамы-юҡмы тигән темаға фекер алыша. Фекер икегә бүленде: туҡмарға һәм туҡмамаҫҡа. Бер ваҡыт иренә ҡул күтәргән илле йәштәр тирәһендәге ҡатын былай тине:
– Юҡ, мин үҙемдекен баш­ҡаса туҡмамаясаҡмын. Үлһә, тиктомалға төрмәгә ултырғым килеп тормай әле!

И. ЯЛСЫҒОЛОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас