– Мин үҙем Һарытауҙан, ҡайта алмайым, аҡсамды урлаттым.
– Ә һеҙ Һарытауҙың ҡайһы районынан?
– Э-э... ни... Киров районынан.
Кеҫәмдән биш йөҙлөк сығарҙым:
– Һарытауҙағы үҙәк майҙан нисек атала?
– Ул... ни... ул... һинең менән барыһы ла аңлашылды...
Ирек бирегеҙ
Дәүләт учреждениеһында эшләйем. Кабинетта ултырам, бер кемгә теймәйем, үҙ эшем менән булышам. Күршелә түрәбикәбеҙҙең бүлмәһе. Янына үтенес менән урынбаҫары инде. Күп тә үтмәй түрәбикәбеҙ асырғанып ҡысҡырҙы:
– Мин отпускыла! Миңә тыныс ҡына эшләргә ирек бирегеҙ!
Реклама
Өләсәйемә "Мегафон"дан туҡтауһыҙ реклама килә: "Ирегеҙҙең ҡайҙа йөрөгәнен әйтеп торасаҡбыҙ!" Ул аптырашта:
– Ерләгәнемә биш йыл! Унда ҡайҙа һәптәнләп йөрөй икән, ҡәбәхәт?!
Ике селәүсен
Ике селәүсен – ата менән ул – тиреҫ өйөмөндә әңгәмәләшә:
– Атай, алмала йәшәү һәйбәтме?
– Һәйбәт, улым!
– Ә грушала?
– Һәйбәт!
– Ә персикта, персикта һәйбәтме?
– Персикта торғаны ожмах инде!
– Улайһа, беҙ тиреҫтә ни эшләйбеҙ һуң?
– Аңлайһыңмы, улым, "ватан" тигән һүҙ бар.
Р. ИҒДИСЛАМОВ.