– Ни эшләптер унынсы урындағы йомортҡа миңә сәпсим оҡшамай. Һин уға һүҙҙәремде зинһар өсөн еткер инде. Беҙ бит бер команда булырға тейешбеҙ, – тигән. Икенсе йомортҡа өсөнсөһөнөң ҡабырғаһына төртөп:
– Беҙҙең командир унынсы урында торған йомортҡаның үҙенең командағыларҙан айырылып торғанына аптырай, – тигән.
Өсөнсө йомортҡа дүртенсенең ҡабырғаһына төртөп ошо һүҙҙәрҙе тиҙ генә еткерә һалған.
Дүртенсе – бишенсеһенең, бишенсеһе – алтынсыһының, алтынсыһы – етенсеһенең, етенсеһе – һигеҙенсенең, һигеҙенсеһе – туғыҙынсының, туғыҙынсыһы – унынсының ҡабырғаһына төртөп:
– Беләһеңме, нимә? Шеф һине сәпсим беҙҙең командағыларға оҡшамаған тип әйтә бит әле, – тигән.
Унынсы урындағыһы шунда уҡ телгә килгән:
– Һеҙгә нисә тапҡыр ҡабатларға була! Мин бит тауыҡ йомортҡаһы түгел, ә киви, киви. Киви, мин – ки-и-ви-и-и-и!
Л. САЙРАНОВА.
Фото: rodim.ru