+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
4 Июль 2022, 15:00

Һин милиционер булырһың

Компьютерҙа эшләп ултырам. Бүлмә­гә балалар машинаһында биш йәшлек ҡыҙым Әлиә инде.– Атай, әйҙә һин милиционер бул.Өҫтәлдән ҡәләм алдым да юрый һыҙ­ғырҙым, шунан “жезл”ды бол­ғаным:

Һин милиционер булырһың
Һин милиционер булырһың

– Шофер, документыңды күрһәт!
Әлиә юғалып ҡалды.
– Ой... ә миндә юҡ...
– Булмағас, машинаны бына бында ҡуй ҙа автобусҡа ултыр. – Ҡәләм менән диван янынан урын күр­һәттем.
– Ни... ә минең өйҙә!
– Юҡ, ярамай. – Ҡырт киҫтем. – Өйгә ҡайтып документыңды алып кил, шунан китерһең.
– Мин алыҫта торам.
– Автобуста ҡайт. – Үҙ һүҙемдә ҡалдым.
Әлиә үҙ бүлмәһенә сығып китте. Унда апаһы менән нимәлер бышылдаштылар. Күрәһең, менттар­ҙың шәфҡәтһеҙлеге хаҡындалыр. Биш минуттан ҡулына яңы ғына ҡырҡылған бик күп ҡағыҙ тотоп яныма килде лә тартына-тартына миңә һуҙҙы:
– Документ урынына... аҡса... яраймы?
– Юҡ! Был мөмкин түгел, – абруйымды төшөрмәҫкә булдым.
– Минең бит өйҙә лә документым юҡ, нимә эшләргә һуң? – Ҡыҙым иларға етеште.
– Юҡ, мин аҡса алмайым, доку­ментыңды күрһәт! – Үҙемә-үҙем һоҡланып бөтә алманым.
Был юлы Әлиә бик тиҙ ураны. Бер һүҙ ҙә әйтмәй машинаһына ултырҙы ла “штраф-туҡталҡа”нан сығып китте.
– Әлиә, һин ҡайҙа? Документтар? – Хәҙер мин юғалып ҡалдым.
– Мин һинең менән уйнамайым! Һин ысын милиционер түгел, ысын милицио­нерҙар аҡса ала! – тине лә шофер урынынан ҡуҙғалды. Тәгәрмәстәргә атырға ҡыйыу­лы­ғым етмәне.

Р. КҮСӘРБАЕВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: