+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
5 Июль 2022, 16:00

Һәнәк йондоҙнамәһе

Тышҡы ҡиәфәттәре менән хатта ҡатҡан ҡаласҡа, һөйкөмһөҙгә оҡшаһалар ҙа, Ҡыҫа­лалар зыялы, йомшаҡ тәбиғәтле романтик кешеләр.

Һәнәк йондоҙнамәһе
Һәнәк йондоҙнамәһе

Балаларға тәғәйенләнмәгән эротик фильм­дарҙы ҡарағанда улар һәр ваҡыт эстән генә аҙаҡ төп геройҙар ҡауы­ша тип өмөтләнә. Зодиак бил­дәләренең шаян ҡылыҡһырламаһы Ҡыҫалаларҙы хайуандар донъя­һын­дағы аҙаш­тары менән сағыш­тыра. Улар һымаҡ, был йондоҙлоҡ вәкилдәре, алға ипләп атлаһа ла, шунда уҡ кирегә йүгерә.
Икеләнеүсән типтар, шуға күрә ҡыйыуһыҙлыҡтары арҡаһында хыянат итергә лә ҡурҡалар – баш­ҡаларҙың үҙе хаҡында ни уйларын ҡайҙан беләһең. Ҡыҫаланы урын­һыҙ шаяртырға ярамай, сөнки улар сиктән тыш тойғоларға бирелеү­сән, үҙҙәренә йәки яҡындарына ҡағылған еңелсә юморҙан да кәйефе төшөүе ихтимал. Хайуандар тураһында көлә­мәстәр һөй­ләгәндә ауыҙы­ғыҙҙы самалап асы­ғыҙ, сөнки улар меҫкен эттәр һәм бесәйҙәр ха­ҡындағы ҡара юморға ҡарағанда ер тетрәүҙе, цунами­ҙарҙы еңе­лерәк кисерә.
Мөхәббәт хаҡында ла онотмағыҙ, Ҡыҫала үҙе менән булған ҡыҙыҡ хәлдәрҙе бик оҙаҡ бәйән итә.

ЮЛАМАН.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: