-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
7 Июль 2022, 12:00

Манный бутҡаһы

йәки Тартай теленән таба Оло йәшкә еткән бер әбей әжәл­дән ҡасып балалар баҡ­саһына барып ингән, ти. Балалар менән бергә манный бутҡаһы ашап ултыра икән. Әжәл барыбер килеп тапҡан уны. “Аша, аша! Хә­ҙер бу-у-у барабыҙ”, – тигән ул әбейгә.

Манный бутҡаһы
Манный бутҡаһы

Был көләмәсте бөтәһе лә бе­лә­лер, моғайын. Ҡыҙыҡ бит. Рә­хәтләнеп бер көлһәң, күңел күтәрелеп китә. Уйнап һөйлә­һәң дә уйлап һөйлә, ти халыҡ. Хаҡ һүҙҙәр. Уйламай һөйләү ар­ҡаһында кәйефтең ҡыры­лыуы ла ихтимал. Минең менән дә шулай булды.
Иртән торғас, манный бут­ҡа­һы бешерҙем. Ирем менән ашарға ултырҙыҡ. Ашап ултыра торғас, теге көләмәс иҫкә килеп төштө бит. “Аша, аша! Хәҙер бу-у-у барабыҙ”, – тинем иремә. Ул ҡыҙып китмә­һенме:
– Үлермен. Мин мәңгегә тыу­ғанмы ни?! Ҡалырһың яң­ғыҙың, рәхәтләнеп йәшәр­һең.
Ник өндәштем тигән көнгә төш­төм. Үпкәләшеп, икебеҙ ике бүлмәгә инеп бикләндек. Үпкә­ләшеү оҙаҡҡа һуҙыл­маны (ундай ғәҙәтебеҙ юҡ). Әммә-ләкин манный бутҡа­һын бешереү “онотолдо”.
Шулай биш йыллап ваҡыт уҙ­ҙы. Яңыраҡ ирем Стәрлета­маҡ­тан өс килограмм манный яр­маһы алып ҡайтҡан.
– Мәҙинә, – ти, – бына манный ярмаһы алып ҡайттым әле. Тиҙ бешә, организмға ла фай­ҙа­лы.
Ҡылт итеп теге көләмәс, үҙе­беҙ менән булған хәл иҫкә килеп төштө. “Тағы бу-у-у ба­рырға­мы?” – тип һорауҙан саҡ тыйылып ҡалдым. Бер ауы­ҙың беш­кәс, окрошканы ла өрөп ҡаба­һың инде. Өн­дәш­мәй генә йылмайып, ярманы алып ҡуйҙым.
Бешерәм манный бутҡаһын. Тик шым ғына ултырабыҙ аша­ғанда. Урыҫтар әйтмеш­ләй: “Когда я ем, глух и нем”.

Мәҙинә АБДУЛЛИНА.

Фото: Pinterest

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: