-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
10 Июль 2022, 13:00

Кескәйҙәр көлдөрә

Кәбир АҠБАШ Икәү булһын, ти... Фәрғәт ағайым шәп минең,Гел “ике”не оҡшата.Сәйҙе лә икәү булһын, тип,Ике шәшке бушата.

Кескәйҙәр көлдөрә
Кескәйҙәр көлдөрә

Әсәйҙән кәнфит таптыра:
– Икәү булһын, әсәй, – ти, –
Хәҙер бер генә малай ҙа
Шоколадһыҙ эсмәй, – ти.

Әсәй беҙҙе саҡыра ла,
Әй яғымлы һөйләшә:
– Бутҡағыҙ тәмле булһын, – тип,
Беҙгә ҡаймаҡ өләшә.

Ағайым һаман дауайлай:
– Ике ҡашыҡ булһын, – ти. –
Тәмлекәйҙе бик яратам,
Һәр ҡашығы тулһын, – ти.

Фәрғәт ағайым балды ла
Гел ала ике ҡашыҡ.
Ҡашыҡтары тулманиһә
Тора ул башын ҡашып.

Тик мәктәптән бойоҡ ҡайтты,
“Ике”не сәпәгәндер.
Ахырыһы, ул бында ла
Икәү булһын, тигәндер.

Тылсымлы көҙгө

Быйыл Фираяға беренсе кластарҙы бирҙеләр. Уҡыу­сылар араһында игеҙәктәр ҙә бар. Уларҙың береһе – ҡыҙ, икенсеһе – малай. Малай – шалапай, өй эштәрен үтәһә үтәй, үтәмәһә – юҡ, онота ла ҡуя. Фирая ҡыҙ туғанынан ялҡаулыҡтың сәбәбен асыҡларға тырыша.
– Апай, ул мәктәптән ҡайта ла урамда уйнап тик йөрөй. Әсәй-атайға ҡарыша. Кән­фит һурыуҙан, һағыҙ сәй­нәүҙән бушамай. Иртән битен йыумай, сәсен тарамай, атайым портфелен эҙләп алып бирә, – тип теҙә генә.
Малайҙы тура юлға баҫ­ты­рыу өсөн, Фирая кеҫәһе­нән көҙгө сығара ла: “Атай-әсәйеңде тыңламағаныңды көҙгө әйтеп бирәсәк”, – ти. Ҡыҙ туғаны һөйләгәндәрҙе уға еткерә.
Иртәгеһен малайҙы алыш­тырғандармы ни? Бөхтә итеп кейенгән, сәсе алынған, тыр­наҡтары киҫелгән, дә­рестә­ре әҙерләнгән. Шулай булмай мөмкин түгел, сөнки тылсымлы көҙгө барыһын да һөйләп тора бит.

Флүрә ХӘЛИЛОВА.

Ғәли менән Кәли

– Ғәли, һыуытҡыста ике киҫәк торт бар ине, әле берәү генә. Ҡайҙа булды икән, белмәйһеңме?
– Беләм, әлбиттә! Ҡа­раң­ғы ине, икенсеһен күр­мәгәнмен.
***
– Ғәли, мин һиңә башта бер ҡуян, шунан икене, аҙаҡтан өстө бирһәм, бө­тәһе нисә була?
– Ете!
– Иғтибар менән тыңла! Башта бер, шунан ике, иң һуңынан өс. Нисә?
– Ете!
– Дөрөҫ түгел! Әйҙә башҡа нәмә менән ҡу­шып ҡарайыҡ. Бер алма плюс ике алма плюс тағы ла өс алма! Нисә?
– Алты!
– Дөрөҫ! Ә хәҙер ҡуян­дарҙы ҡушабыҙ. Бер ҡуян плюс ике ҡуян плюс өс ҡуян. Нисә?
– Ете!
– Ни өсөн?
– Беҙҙең бер ҡуян бар инде.
***
– Кәли, һин балыҡ­тар­ҙың һыуын алмаштыр­ҙың­мы?
– Юҡ әле, элеккеһен эсеп бөтмәгәндәр.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: