-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
11 Июль 2022, 10:00

Танау һандуғасы

Беҙҙең хеҙмәт коллективы әллә ни ҙур түгел, хеҙмәткәрҙәрҙең күп­селеге ир-ат. Форсаты сыҡһа, тәмә­ке көйрәтәбеҙ ҙә көләмәс һөйләй­беҙ.

Танау һандуғасы
Танау һандуғасы

Спорт, балыҡ тотоу кеүек темалар ҙа иғтибар үҙәгендә, ләкин ғаилә, тормош, бер-беребеҙҙең хәл-әхүәле менән бөтөнләй ҡыҙыҡ­­­һы­нмайбыҙ.
Күптән түгел беҙгә йәш белгес Сынбулат өҫтәлде. Ул баштан уҡ сә­­йе­рерәк холоҡло күренде, бик һөйләшеп тә бармай, тартмай ҙа, эс­­мәй ҙә, эш бөтөр-бөтмәҫтән сы­ғып һыпырта. Быныһы былай аң­лашылғандай, сөнки өйҙә йәш кә­лә­ше көтә. Ә инде коллегабыҙҙың ко­мандировкаларҙан ҡушҡуллап баш тартыуы бөтөнләй аптыратты.
Һуңғы осорҙа Сынбулаттың хол­ҡонда тағы үҙгәрештәр өҫтәлә төштө. Ул туҡтауһыҙ иһәннәй, хатта төшкө ашҡа йөрөмәйенсә урынында ғына серем итеп алырға ла тартынмай. Ундай ваҡытта беҙ тауыш­ланмаҫҡа тырышабыҙ. Иң ғәжәбе – иптәшебеҙ етәксенән ко­мандировка таптыра башланы. Унан улайтып-былайтып төпсөнә торғас, яҙа-йоҙа ниндәйҙер һан­дуғас һайрауы­ның төндәр буйы йоҡларға ҡама­саулауын белдек. Уның айышына бүлегебеҙҙәге берҙән-бер гүзәл зат Мәрфүғә төшөндөрҙө. Баҡтиһәң, Сынбу­латтың кәләше төндә ныҡ хырылдай икән. Ә ул үҙенең был кәм­се­леге тураһында өйләнешкән­сә үк буласаҡ кейәүенә: “Һин һан­дуғас һайрауы аҫтында ғына йоҡ­лая­саҡһың”, – тип шаяртҡан бул­ған. Хәҙер коллегабыҙға кәләшенең танау һандуғасы теңкәһенә тейгән дә йоҡоһо туймай интегә икән…

Фәрит РӘМОВ.

Фото: subscribe.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: