+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
13 Июль 2022, 14:00

Алтын сертификат

Дуҫым бар, ул минең тыуған кө­нөмә йөрөмәҫкә тырыша. Бү­ләккә аҡсаһын ҡыҙғанамы икән? Аҡылға ултыртырға булдым тегене.

Алтын сертификат
Алтын сертификат

Бер рулон бәҙрәф ҡағыҙы һатып алдым да яртыһына тиклем ипләп кенә һүттем. Ком­пьютерҙа эш­лән­гән пластик карточка сифа­тындағы алтын сертификатты йәбе­штерҙем. Унда былай тип яҙылған: “Һеҙ – миллиардсы алтын рулон хужаһы. Бәҙрәф ҡағыҙы етеш­тереүсе беҙҙең компания һеҙгә алтын сертифакат (1 000 000 һум) бүләк итә. Аҡсаны һеҙ ошо пластик картаны тап­шырғас, компания дирекция­һынан ала ала­һығыҙ”. Рулонды яңынан төр­ҙөм. Дуҫыма ҡу­наҡҡа барғас, “күпме­лер ва­ҡыттан һуң шартлай торған бомбаны” башҡа рулондар янына һал­дым.
Бер ай тирәһе үткәндән һуң “бомба” шартланы! Уға дуҫым үҙе лә түгел, уның ҡатыны ла түгел, ә ҡәйнәһе эләккән. Ул ҡыҙына ла, кейәүенә лә әйтеп тормаған, аҡ­саны үҙенә алырға булған. Күрше ҡала­лағы бәҙрәф ҡағыҙы етеш­те­реүсе заводҡа барып бөтәһен дә аяҡҡа баҫтырған. Ҡулла­ныу­сылар хоҡуғын күҙәтеү ида­ра­лығына йөрөгән, дөрөҫ­лөктө гәзиттәрҙән эҙләгән, юристар менән дә кәңәшләш­кән.
Әлбиттә, дуҫым мин этләш­кәнде белде. Бының өсөн ул миңә әле булһа рәхмәттәр уҡып бөтә алмай, сөнки ҡәй­нәһе биш йыл инде уларға кил­гәне юҡ. Ҡәйнәһе мине белә һәм күрә алмай, мине “дуҫтары” исемлегенә индер­гән. Унда мин Гитлерҙан ҡала икенсе маҡтаулы урында торам.

Б. ҒИЛМЕТДИНОВ.

Фото: istockphoto.com

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: