+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
14 Июль 2022, 11:00

Мәрәкәләр

ТУЙҘА Туйҙың яңы ҡыҙған сағы. Тамада кейәү менән кә­ләшкә бер-береһенә ун иң наҙлы, матур һүҙ әйтергә ҡушҡас, кейәү бала юғалып ҡала. Быны күргән бер ҡоҙа ярҙамға килептер инде, күрәһең:

Мәрәкәләр
Мәрәкәләр

– Йә, һынатма, кейәү, алтыным, күҙ нурым, йондоҙом, һары майым, эс бауырым… – тип үҙе бел­гән һүҙҙәрҙе теҙеп сыға. Йөҙөмөм, хөрмәм, көнбағышым тигәндәрен дә өҫтәп ебәрә. Шуны ғына көткән ҡунаҡтар дәррәү көлөп ебәрә лә, ҡул саба башлай. Тамада кәләштең Хөрмәбикә исемле икәнлеген белмәгән була әле.

ИЛҺАМ КИЛДЕ!

Рима исемле ҡала ҡыҙы «илһам» һүҙенең русса мәғәнәһен белмәгән була. Шул арҡала оятҡа ҡа­ла. Был һүҙҙе ул гимназияла башҡорт теле уҡытыусыһынан ишетә. Тегеһе, дәрескә әҙерлә­неп ултырғанда: «Эх, бөгөн илһам юҡ, илһам кил­мәй ҙә ҡуя», – тип һөйләнеп ала икән.
Бер ваҡыт быларҙың фатирына Илһам исемле электрик килә. Эшен бөтөргәс, сығып китә. Ире ҡайтып инә лә:
– Йә, Илһам килдеме? – тип һорай.
Рима:
– Килде, ә һин ҡайҙан беләһең? – тип һорай.
– Үҙең күптән, илһам юҡ, илһам килмәй, тип һөйләнә инең бит?..
Бына шулай, ирле-ҡатынлы былар «илһам» һү­ҙенең мәғәнәһен икеһе ике төрлө аңлаған да ҡуйған.

КЕМ УЙЛАҒАН…

Бер ауылда күпте күргән, күпте белгән ҡарт ҡына бер әбей бәрәңге ашап ултыра. Үҙе ашай, үҙе һөйләнә икән:
– Вәт зараза, тағы ла бәрәңгегә ҡалды көн, ошо йәшкә етеп бәрәңге ашап ултырырмын тип кем уйлаған инде…

«НАҘЫ»

Оло ҡәйнәм йөҙгә етеп хушлашты яҡты донъя менән. Урыҫсаһы самалы ине. Бар белгән һүҙе «наҙы». Урыҫтарҙан «надо» һүҙен ҡайҙандыр отоп алған да, ике һүҙҙең береһендә шуны ҡабатлай ҙа ултыра торғайны мәрхүмәкәй.
Бер ваҡыт бының янына мәрйә әхирәте сәйгә инә. Ул иренең сырхап ятыуын, үҙенең дә һыҙланыуын, үлеп китеү ихтималлығы булыуын да сурытып һөйләй. Ҡәйнәм иһә:
– Наҙы, наҙы, – тип, башын ҡағып йөпләп улты­ра бирә.
Быны ишеткән мәрйә йәне көйөп, әрләшә-әрләшә өйҙән пыр туҙып сығып киткән. Әбей иһә әхирәтен һаман да:
–Ҡалайтаһың, наҙы инде, наҙы, – тип оҙатып ҡалған.

Л. БАЙРАМОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: