+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
15 Июль 2022, 09:00

Улым, ултырт әле!

Был юлы пассажирҙар күп ине. Барыһына ла урын етмәне. Баҫып барырға ярамай, аҙым һайын тикшерәләр. Тотһалар, баштан һыйпамайҙар. Шуға күрә береһен дә алмайым.

Улым, ултырт әле!
Улым, ултырт әле!

Баҫҡыста етмеш йәштәр тирәһендәге теремек әбей тора.
– Улым, ултырт әле!
– Урын юҡ.
– Ултырт инде, бик кәрәк.
– Урын юҡ икәнен күреп тора­һың да инде.
– Ал инде.
– Минең урындан башҡа буш урын юҡ икәнен күрмәйһеңме ни?
Әбей сыҡты. Мин багажникты бикләп, автобусты ҡарарға ла ҡуҙғалырға булдым. Шул ваҡыт перрондағы халыҡ көлөргә тотондо. Урыныма килһәм, ул буш тү­гел, әбей менеп ҡунаҡлаған. Ав­тобустың ҡуҙғалғанын көтә.
Юлда барғанда алдағы рәттә­ге ҡыҙҙар һөйләне: әбей минең урынға ултырғас, улар ҡаршы төшкән, йәнәһе, был шоферҙың урыны. Тегенең иҫе лә китмәгән: “Ҡыҫылмағыҙ, ул үҙе рөхсәт итте!”

Р. ИҪӘНҒОЛОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: