+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
16 Июль 2022, 14:00

Эсәһегеҙме?

Ағайым ҡала ситендәге баҡ­саһында өй һала. Шәмбе көндө уға ярҙамлашырға барҙым. Ҡатыным әсәһенә киткәйне, фатирҙа яңғыҙым ултырғым килмәне.

Эсәһегеҙме?
Эсәһегеҙме?

Эштең осо-ҡырыйы күренмәй, хатта ауылдан атайым да килеп еткән.
Төш еткәс, ашарға туҡтаныҡ. Бер юлы осра­шыу­ҙы ла бил­дәләмәксебеҙ. Стакандарға араҡы ҡойоп бөтөр-бөтмәҫтән телефоным шылтыраны. Ҡа­тыным:
– Ни эшләйһең?
– Атайым менән ағайыма өй һалышабыҙ. Әле өсәүләп ашап ултырабыҙ.
– Эсәһегеҙме?
– Юҡ.
Стакандарҙы икенсегә тул­тырҙыҡ. Тағы ла шылтырау. Ағайым трубканы атайыма бир­ҙе. Әсәйем хәл белешә.
– Тамаҡ ялғап алырға булдыҡ әле... Юҡ... Ысынлап... Юҡ, тим дә баһа!
Өсөнсөгә ҡулға алдыҡ ста­кандарҙы. Йәнә шылтырау. Ағайым:
– Эйе, Зөһрә...
Миңә ҡыҙыҡ булып китте. Тегеләрҙең һөй­ләшкәнен ҡо­лаҡтарымды ҡарпайтып тың­лайым.
– Ашайбыҙ... Юҡ, ниндәй эсеү ти ул...
Кәйеф төштө, ашыҡ-бошоҡ тамаҡ ялғаныҡ та яңынан эшкә тотондоҡ.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙы ғүмерҙә лә аңлап бөтөрлөк түгел. Алдан һөйләшеп ҡуймаһалар ҙа, төрлө ерҙән аллы-артлы ике-өс минут аша бер үк һорау менән шылтыраттылар. Шуға әле булһа башым етмәй.

Й. МАНСУРОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: