+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
17 Июль 2022, 15:00

Ана килә автомобиль

Машиналар тауышы, шау-шыу, ығы-зығы. “Куда лезешь?! Убери тачку, козел!”, “Сам козел! Чайник!” кеүек “иркә һүҙҙәр” яңғырай. Бы­ларға тормоз сыйылдауы, “дөп” итеп машина бәрелеш­кән тауыштар, полиция, “Ашы­­­ғыс ярҙам” сиреналары килеп ҡушыла.

Ана килә автомобиль
Ана килә автомобиль

Кескәй генә модный сумка тотоп, Ханым сыға. Сәхнәләге ултырғыс эргәһенә килә. “Машина ише­­генә” үрелеүе була, ҡа­раҡҡа ҡаршы сигнализация тауыш бирә. Ханым эскә инеп ултыр­ған хәрәкәт яһай.

 

аным. Һин ҡайҙа, әпә? Әпәт машина аҫтындамы? Эй, һиңә әй­тәм!.. Нимә? Ун туғыҙлы ас­ҡыс? Хәҙер ҡарайым. Берәү, икәү, өсәү, дүртәү... Бәй, бында дүрт кенә асҡыс бит – ун туғыҙ түгел. Нимә? Һин үҙең утыҙ ту­ғыҙлы! Сыҡ, давай! Шөрөп­тә­реңде бажаңдарға барғас бор­ғоларһың. Нимә? Минең шөрөп­тәрем, Аллаға шөкөр, үҙ урынында. Үҙеңдең шөрөптәрең­де ны­ғыт! Башыңдағыһын! (Та­ма­ша­сыға.) Көндәр буйы машина аҫ­тында, әйкәйем. Төндә лә шуның менән һаташа. Бер төндө төш аралаш арҡамдан һыйпаш­тыра башланы. Мине лә иҫенә төшөр­ҙө, тип, һөйөнөп ятам мин иҫәр. Ә ул, быныһы тамам иҫкерҙе, яңы­ны алмай булмаҫ, тип мы­ғырҙана. Мине һыйпай икән тип торам. Машинаһын һыйпай икән төшөндә. Тибеп төшөрҙөм. Барып төштө ҡаҡ иҙәнгә. Барып та төштө, карауат аҫтына кереп тә китте. Ремонтларға. Машинанан ҡолап төштөм, тип уйланы буғай. Әпә.
Бер көндө улыбыҙ ҡайтып инде. “Ҡайҙа йөрөнөң бер йыл бу­йы?!”– тип әрләргә тотондо тегене ирем. “Ҡайҙа булһын, армияла, – ти улым. – Мин киткәндә машина аҫтында инең бит, – ти, – сығара алманыҡ”, – ти.
Ауылға ҡайтҡас, етмәһә, иремә приступ булды. Ҡала газына күнеккән үпкәһенә саф һауа ки­лешмәгән. Һуштан яҙып йығыл­ды. Глушителдән борҡоп торған газды еҫкәткәс кенә һушына килде. “Һа-а-а-й, рәхәт донъя! Бына­уы газды ауыҙ тултырып һулағас, күкрәктәр киңәйеп китте! – ти. – Үҙебеҙҙең ҡала һауаһына етәме һуң?!” – ти. Ҡайтып киткәнсе ятты глушителгә моронон терәп. (Эйелеп.) Әй, һиңә әйтәм, сығаһың­мы, юҡмы бөгөн? Нимә? Монтировка кәрәк? Ҡайҙан табайым мин һиңә монтер бисәһе? (Та­машасыға.) Былтыр ҙа, нимә һуң әле, ниндәйҙер искра таптырып интектерҙе, әйкәйем. Эйе. Дви­гателдең искраһы юҡ, тип, шул искраны эҙләргә ебәрҙе. Тишек биҙрә тоттороп. Һуңынан ғына ба­шыма барып етте: шаяртҡан минең әпәм, тишек биҙрәлә ул искра нисек торһон? Ағып бөтә бит ул... (Эйелеп.) Нимә тағы? Аккумулятор ултырған? Һуң, ултырһа, баҫтырып ҡуй! Йә салҡан ятҡыр. Тороп ултыра ал­маҫлыҡ итеп. Шуға ла башы ет­­мәй, әпә. Әпә инде, әпә, әйт­тем мин уға, иҫке машина алма­йыҡ, тип. Кисә күршегә әйтә, ти, ми­нең ир, импортный машина ал­ғым килә, тип әйтеп-әйтеп-әйтеп әйтә, ти.Ҡатынды ризалаттым, балалар ҙа шатланышты, тип әйтә, ти. “Алаһың килгәс, ал, ниңә алмайһың һуң?” – тип һо­раған күрше. “Бик алыр инем дә, аҡсам юҡ”, – тип әйтеп-әйтеп-әйтеп әйтә, ти, минең әпә. Шул күршенең ҡатыны им-томсо әбейгә барған. “Ирем менән көн-төн талашабыҙ, нишләргә икән?” – тип кәңәш һораған. “Ирең һүҙ башлау менән, ауыҙыңа шырпы ҡап!” – тигән әбей. Хәҙер тир­гәш­мәйҙәр – ҡатыны гел шырпы ҡабып йөрөй. Кисә күргәйнем әле – ире тегенең ауыҙына... зажигалка ҡаптырған! Шырпы еткереп булмай, ти. Сәйнәй ҙә ырғыта, сәйнәй ҙә ырғыта, ти. Ә бына был машина аҫтында ятҡан минең әпәм:”Минең ҡатынға, миңә ызначит, газ баллоны ҡап­тырһаң да тиргәшеүҙән туҡта­маҫ”, – тигән була... Нимә? Аҫҡы литераторға баҫ? Ниндәй литератор? Пушкинмы ни? Нимә? Сепаратор? Һөт айыртаһыңмы әл­лә? Ә? Акселераторға баҫ, ти икән. Ҡайһы төштә ул нәмә? Таяҡ осонда? Ә-ә-ә, аяҡ осон­да... (Туфли осона бармағы менән баҫа. Сигнализация тауышы яңғырай.) Әбәү, ыстағафирулла тәүбә, туфлигә лә сигнализация ҡуйған! Противоугонный! Бәй, шулай итмәй, бигерәк харап урлашалар бит. Бер йылды беҙҙең машинаны ла сәлдерҙеләр. Кем икәнен белдек, әммә тауыш ҡуп­тарманыҡ. Теге ҡараҡ маши­на­быҙҙы ремонтлап бөткәс кенә... Эйе, шулай, һеҙ уйлағанса иттек.
Урлашалар, урлашалар. Беҙ­ҙең күрше лә машина урлап тотолдо бит әле. “Ниңә урланың?” – тип һорай, ти, судья. “Ул машина зыярат янында тора ине, мин уның хужаһы үлгән тип уйланым”, – тип әйтеп-әйтеп-әйтеп әйтә, ти, күрше. (Ханым төҙәнеп-биҙәнеп алмаҡсы була. Кескәй сумкаһын асыу менән, сигнализация тауышы яңғырай.) Абау илаһым! (Ханым, ирендәрен ялап алмаҡсы булып, телен сығара. Шундуҡ сигнализация тауышы яңғырай.) Абау, әллә телгә лә сигнализация ҡуйған инде мин йоҡлағанда? (Эйелеп.) Cығаһың­мы, юҡмы быйыл? (Хырылдап йоҡ­лаған тауыш ишетелә.) Абау! Эсеп ятҡан бит был бында! Шлан­гылар яна, сылатырға кә­рәк, тигән була бит әле. Мин уны машина шлангыһы тип торам. Әстәғәфир! Ятып торорлоҡ та хәле ҡалмаған. (“Ирен”, бер юлы ултырғысты ла һөйрәп, сәхнәнән сыға ла, яңынан инеп, таҡмаҡлап йырлай.)
Ана килә автомобиль,
Тейәгәндәр машина,
Машиналар етеп тора
Әҙәмдәрҙең башына.

Ана килә автомобиль,
Ул бит заман ишәге,
Шул ишәктәр көнө-төнө
Һауа беҙҙең кеҫәне!

Рәфил КАШАПОВ.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: